"Рамаҙан байрамынан һуң шәүүәл айында алты көн ураҙа тотҡан кеше йыл буйы ураҙа тотҡан сауабына ирешер. "Хәйерле ғәмәл ҡыла торған кеше ҡылған ғәмәленән ун тапҡырға артығыраҡ әжер-сауабына ирешер", - тигән пәйғәмбәребеҙ.
Ошо алты көн ураҙаны рамаҙан байрамы, ғәйет әл-фытыр, уҙғас та тотһаң файҙалыраҡ. Был ай дауамында алты көн ураҙаны айырым-айырым тотһаң да ярай. Рамаҙан айында ҡалдырған ураҙаларың булһа, иң беренсе уларҙы тотоп бөтөргә һәм унан һуң ошо алты көндө тоторға кәрәк.
Хәҙистә белдерелгән "йыл буйы тотҡан сауабына ирешер" тигән һүҙҙәрҙең асылы шунан ғибәрәт: утыҙ көн рамаҙан айы ураҙаһы тотҡандан һуң, шәүүәл айында алты көн ураҙа тотолһа, барлығы 36 көн ураҙа тотолған була. Бер көн ураҙа тотҡанға 10 көнлөк сауап яҙылғас, утыҙ алты көнгә 360 көнлөк, йәғни бер йыллыҡ сауап яҙыла.
Шәүүәл айы ураҙаһының сауабы бик ҙур. Тағы Расулүллаһ ғәләйһиссәләм: "Бер кеше Рамаҙандан һуң Шәүүәл айында алты көн ураҙа тотһа, Аллаһ Тәғәлә был кешенең тәнен тамуҡҡа харам ҡылыр», – тигән. Һәр көнө өсөн ҡырҡ шәһид сауабын бирер, дин өсөн һуғышта мәрхүм булып, шәһид дәрәжәһенә ирешкән сәхәбәләр сауабын бирер. Һәр көнө өсөн был шәхес өсөн ожмахта бер ҡала йорт төҙөрҙәр.
Бер кеше шәүүәл айында алты көн ураҙа тотһа: беренсе көндө теге шул кешенең ҡырҡ йыллыҡ гонаһы ярлыҡаныр. Аллаһ Тәғәлә ул кешегә ғәмәл дәфтәрен Ҡиәмәт көнөндә уң ҡулына бирер. Ул кешегә Аллаһ Тәғәлә йәннәт хөлләләренән ҡырҡ хөлләләрен кейҙерер. Ул кешегә ҡырҡ дәрәжә бирелер.
Икенсе көн ураҙа тотһа, шул Шәүүәл айында, уға етмеш хаж сауабын яҙалар.
Өсөнсө көн ураҙа тотһа, ике йөҙ шәһит сауабы яҙылыр. Ошо кешенең ҡәберенә һәр көндә йөҙ фәрештә зыярат ҡылыр – Ҡиәмәт көнөнә тиклем һәр көн был кеше өсөн изгелектәр яҙырҙар. Дүртенсе көн ураҙа өсөн Аллаһ Тәғәлә был кешенең етмеш хәжәтен үтәр донъя хәжәттәренән һәм әхирәт хәжәттәренән. Һәр көндә был кеше өсөн етмеш мең фәрештә мәғрифәт теләр, йәғни: «Йә, Раббым! Был бәндәнең гонаһын ярлыҡа», — тип доға ҡылырҙар.
Бишенсе көнө менән Аллаһ Тәғәлә уның доғаһын ҡабул итә. Ул кешенең ҡәбер ғазабын күтәрер. Ҡиәмәт көнөндә был кешегә йөҙө нурлы булыр.
Алтынсы көнө ураҙаһы менән был кешегә Аллаһы Тәғәлә алтмыш йыл ураҙа сауабын яҙыр. Әгәр ошо арала вафат булһа, шәһид булып был донъянан китер.