Унда Америкалағы мосолман йәмғиәте вәкилдәре, шулай уҡ мосолман илдәренән, шул иҫәптән Сәғүд Ғәрәбстанынан, Мысырҙан, Берләшкән Ғәрәп әмирлектәренән, Катар, Ливан һәм Пакистандан да дипломанттар ҡатнашҡан. Ҡунаҡтарҙы ул: "Рамаҙан мөбәрәк!" – тип сәләмләп, уҙған йылда президент һайлауҙарында мосолман өммәтенең ярҙамын тойоуын иҫенә төшөргән, ышаныс өсөн яуап ҡайтарасағына ышандырған.
Мәғлүмәттәр буйынса, 2024 йылда Трамп өсөн, 2020 йылғы һайлауҙарға ҡарағанда, мосолмандар алты тапҡырға күберәк тауыш биргән.