Бөтә яңылыҡтар
10

Эй газетам, ғазабым һин минең

#Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы

Эй газетам, ғазабым һин минең
Эй газетам, ғазабым һин минең

ЮЛДАР
(Журналист-ҡәләмдәштәргә)

Эй газетам, ғазабым һин минең,
Ҡайҙан килеп һиңә эләктем!
Ярты ғүмер һиндә үтеп бара,
Һураһың да, ай-һай, електе!

Арып ҡайтҡас, ҡулға ҡәләм бармай,
Төшөп китә китап ҡулымдан.
Ҡурғаш һымаҡ, ҡайнай-ҡайнай торғас,
Ҡатам мәллә хәреф юлындай?

Юлдар, юлдар — сикһеҙ ил юлдары,
Юлдар, юлдар — хәреф юлдары,
Шул юлдарҙы буйлап,
Көн-төн уйлап,
Үтте ләме йәшлек йылдарым?

Ә шулай ҙа
Юлһыҙ йәшәү миңә,
Һыуһыҙ йәшәү һымаҡ балыҡҡа.
Ярай, тиһең,
Минең хеҙмәтем дә
Кәрәк әле, тиһең, халыҡҡа.

Был эштең дә бар үҙ шиғриәте,
Һис кем татымаған шатлығы.
Ҡулдарыңа яңы һанды тотоп,
Ҡайтҡан саҡта төнөн атлығып,
Шундай татлы һиңә,

Шундай яҡын
Ҡурғаш, буяу, ҡағыҙ еҫтәре:
Уларҙа бар заман һулышы ла,
Уларҙа бар илең төҫтәре.

Тик шуныһы:
Тиҙ туҙабыҙ буғай,
Бар һөнәрҙән ауыр һүҙ эше:
Өнөңдә лә һүҙҙәр тынғы бирмәй,
Төшөңдә лә сыға һөҙөшөп...

Ләкин беҙ бит
Бөтә кешеләрҙән
Тотош бер көн алда йәшәйбеҙ,
Беҙ –
Үҙ хәбәрсеһе
Киләсәктең!
Күңелебеҙ шуға йәш әле...

Рәми ҒАРИПОВ.

Юлай Кәримов фотоһы.

 

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас: