Әлхәмдүлилләһ, егерме туғыҙынсы көнгә лә аяҡ баҫабыҙ. Сәхәр эсеүҙе иртәнге намаҙ башланғансы 20-30 минут алда, йәғни 4:56 сәғәттә тамамлағыҙ. Ашағандан һуң ошондай ниәт әйтелә:
«Нәүүәйтү ән әсуумә саумә шәһри рамаҙанә минәл-фәжри иләл-мәғриби хаалисәл лилләһи Тәғәлә».
Ә кискеһен, ҡояш байығас, 19.49 сәғәттә ауыҙ асабыҙ. Иң беренсе 2 стакан йылымыс һыу йәки зәм-зәм эсегеҙ, бер нисә финик ашағыҙ ҙа, унан ошо доғаны уҡығыҙ:
«Аллаһүммә ләкә сумтү үә бикә әмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәлә ризҡиҡә әфтартү фәғ-фирли йә ғаффәәәру мә ҡаддәмтү үә мәә әххартү».
Унан аҡшам намаҙы уҡыла. Бары шунан һуң ғына ашарға мөмкин.
Ураҙағыҙҙы еңел тоторға яҙһын ин шәә Аллаһ!
Фото: Т. АМАНОВ.