Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Март 2025, 06:30

Өйҙә дүрт аяҡлы тоғро дуҫы көтә

Мәләүездән «Скам» ҡушаматлы яугир махсус хәрби операцияла дүрт аяҡлы тоғро дуҫын тапҡан. Ул яугирҙың хәрби иптәшенә әйләнә: окопта ла, ауыр ваҡытта бергә булалар. Яугир уға Тима тип исем ҡуша, дүрт аяҡлы дуҫы уға өйҙө, тыныс тормошто хәтергә төшөрә.  

Өйҙә дүрт аяҡлы  тоғро дуҫы  көтәӨйҙә дүрт аяҡлы  тоғро дуҫы  көтә
Өйҙә дүрт аяҡлы тоғро дуҫы көтә

Улар бергәләп төрлөһөн үтеп, дуҫлыҡтары нығый. Ғинуарҙа яугир отпускыға тоғро дуҫы менән ҡайтып төшә. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялында ла «Скам» күп ваҡытын  Тимаға бүлә. Ҡабаттан махсус хәрби операцияға юлланғас, ул тоғро дуҫын ҡосаҡлап,  ҡайтырға вәғәҙә бирә. Хәҙер яугирҙы туғандары-яҡындары ғына түгел, дүрт аяҡлы хәрби иптәше лә көтә. Иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын уға!

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас