Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Марта 2025, 12:30

Ҡарт өләсәйем ҡәҙер төнөндә күк ҡабағы асылыуын күргән

«Күк йөҙө ҡапыл яҡтырып китте. Нимә әйтергә лә белмәй аптырап ҡалдым. «Ай, матур, матур», – тип әйтергә генә өлгөрҙөм, унан матурлыҡ юҡҡа сыҡты», – тип һөйләй торғайны. Мәрхүмә ҡарт өләсәйем йыл да ураҙа тота, доғалар уҡый, мине лә өйрәтә торғайны.  Ә Ҡәҙер кисе икәнен ҡайҙан белергә һуң? Был төндөң етеүен күрһәткән билдәләр ҙә бар.

Ҡарт өләсәйем ҡәҙер төнөндә күк ҡабағы асылыуын күргәнҠарт өләсәйем ҡәҙер төнөндә күк ҡабағы асылыуын күргән
Ҡарт өләсәйем ҡәҙер төнөндә күк ҡабағы асылыуын күргән

Ул башҡа төндәрҙән айырмалы булараҡ, яҡтыраҡ, нурлыраҡ булыр. Ҡәҙер төнө бик тыныс, тымыҡ, елһеҙ, матур, имен булыр. Ул төндө артыҡ эҫе, йә артыҡ һалҡын да булмаҫ, ямғыр яумаҫ, эттәр өрмәҫ. Шул миҙгел ваҡытының күрһәткестәренең (температура) уртасаһы булыр. Ҡәҙер кисәһендә йондоҙҙар ҙа атылмаҫ. Ҡәҙер кисәһенән һуң килгән көндөң ҡояшы артыҡ сағыу булмаҫ, сөнки ул көндө шайтанға ҡояш менән бергә торорға мөмкин булмаҫ.

Ҡәҙер кисе тураһында хәҙистәрҙә күп әйтелгән. «Ҡәҙер кисен Рамаҙан айының һуңғы 10 көнөндә таҡ һандарҙың береһендә көтөгөҙ», – тиелгән. Уны Рамаҙан айының  21-се, 23-сө, 25-се, 27-се, 29-сы төнөндә эҙләргә ҡушылһа ла бер кем дә теүәл ваҡытын белмәй. Әгәр белгән булһалар, кешеләр ялҡауланып, башҡа төндәрҙә ғибәҙәт ҡылмаҫ ине.

«Аллаһы Тәғәләнең бүләген өмөт итеп, Ҡәҙер кисен намаҙ уҡып үткәргән кешенең гонаһтары кисерелер», – тиелә икенсе бер хәҙистә.

Ҡәҙер төнө мең айҙан да ҡәҙерлерәк. Ул төндө доғала, ғибәҙәттә, зекерҙә, намаҙҙа үткәргән кеше мең ай ғибәҙәт ҡылыуҙан да ҙурырак әжер-сауап аласаҡ. Рәсүлебеҙ әйтә: «Кем дә кем Ҡәҙер кисәһен уяу үткәреп ғибәҙәттә булһа, был кисәнән сыҡҡанда әсәһенән яңы тыуған сабый бала кеүек гонаһһыҙ сығыр», — тип әйткән. Аллаһы Тәғәлә: «Ҡәҙер кисәһе мең айҙан да хәйерлерәк», — тип әйтә.

Хәҙистәрҙә әйтелгәнсә, был төндә ҡылынған изге эштәр 1000 ай дауамында башҡарылған изге ғәмәлдәр менән бер тигеҙ буласаҡ. Кем дә кем уны сәждә ҡылып уҙғарһа, 83 йыл һәм 4 ай дауамында өҙлөкһөҙ доға ҡылған кеүек булыр. Был төндө кешеләр яҙмышына үҙгәреш индерелә, Аллаһы Тәғәлә ялбарыуҙарға яуап бирә.

Ҡәҙер кисендә нәфел намаҙҙары (тәүбә, тәһәжжүт, шөкөр), ҡөрьән  уҡығыҙ, саҙаҡа бирегеҙ, Аллаһы Тәғәләнән гонаһ-хаталарығыҙҙы ярлыҡауын һорағыҙ. Ошондай зикерҙәр әйтегеҙ:  

  1. «СөбханАллаһ», «Әлхәмдүлилләһ», «Аллаһу әкбәр» – 33-әр тапҡыр;
  2. «Ләә иләәһә илләл-лааһ»;
  3. «Әстәғәфируллаһ»;
  4. «Ләә хәүлә үә ләә ҡуүүәтә илләә билләәһ».

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас