Унда балаларҙы тәрбиәләү, белем биреү һәм үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләрен тикшереү өсөн ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм «Беренсе хәрәкәте» активистары йыйыласаҡя.
Форум программаһына алты тематик блок инә: психология, мәғариф һәм тәрбиә, хәүефһеҙлек һәм һаулыҡ, ярҙам итеү, ижад һәм балалар, ата-әсәләр берләшмәһе. Ҡатнашыусыларҙы эксперттар лекциялары, балалар өсөн ижади оҫталыҡ дәрестәре, белем биреү ойошмалары күргәҙмәһе һәм селтәр саралары көтә. Форум тәжрибә уртаҡлашыу һәм ярҙам итеү өсөн ата-әсәләр берләшмәләрен булдырырға ярҙам итергә тейеш.
Ҡатнашыу бушлай, һылтанма буйынса теркәлеү талап ителә: https://clck.ru/3HSr6V.
Ойоштороусылар - Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы, «Беренселәрҙең хәрәкәте» төбәк бүлексәһе.