

ВДНХ-ла үткән сарала студенттар ҙа, IT өлкәһендәге тәжрибәле кешеләр ҙә ҡатнашты. Улар soft-скилл үҫеше,пилотһыҙ осоу аппараттары трендтары, ҙур мәғлүмәттәр аналитикаһы, криптовалюта һәм башҡа темаларға оҫталыҡ дәрестәре тыңланы.
Форумға аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығына әүерелде, килеүселәр өсөн кофе-брейк, тәмлекәстәр менән сәй эсеү ҙә ойошторолдо. IT-Bash форумының уникаль дизайнында шопперҙар, блокноттар, ручкалар ҙа әҙерләнде.
Был сара икенсе тапҡыр уҙғарыла,алдағы көндәрҙә лә дауам иттереләсәк. Ойоштороусылар тыуған төбәгенә бәйле проектты Мәскәү ҡалаһында тормошҡа ашырыу мөмкинлеге өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фондына ҙур рәхмәт белдерә.
Фото: Т. АМАНОВ.