Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Март 2025, 11:30

Ейән-ейәнсәрҙәрем

#Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы

Ейән-ейәнсәрҙәремЕйән-ейәнсәрҙәрем
Ейән-ейәнсәрҙәрем

 Һеҙ бит минең ете шатлыҡ,
Бәхетем, ҡыуанысым,
Тормош күгендә балҡыған
Йондоҙҙар, йыуанысым!
Һеҙ бит ғүмер ағасының
Иң тәмле емештәре,
Раббым миңә бүләк иткән
Бәхетем өлөштәре!
Һеҙ бит минең ҡолонсағым,
Алмалар,еләктәрем,
Һеҙгә һәр иртә теләйем
Иң изге теләктәрем!
Етегәндәй балҡып торған
Ейән-ейәнсәрҙәрем,
Ете күңел донъяғыҙҙа
Уртаҡ минең серҙәрем!
Һеҙ- минең һөйөклөләрем
Йәнемдең киҫәктәре,
Һеҙ бит минең тормошомдоң
Иң сағыу биҙәктәре!


Фәүзиә Ҡотлогилдина-Алтынбаева.

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас