Ә уны тыуған ауылы Өргөнгә фронтовик, журналист, драматург, яҙыусы Мөхәммәт Хәйҙәров саҡыра. “Бейеш” әҫәрендә Мостай Кәрим: “Мөхәммәт 1950 йылда, яҙ башында уҡ Рауза менән мине үҙенең тыуған ауылы Өргөнгә саҡырып димләй башланы, — тип яҙа. – Ул шунда йәмәғәтләнеп донъя көтә ине... Өргөнгә килеүҙең тәүге көндәрендә күл буйҙарын ҡыҙырып, урам аръяғындағы ҡарағастар менән танышып йөрөүҙән ары китә алманым. Ауыл эргәһендәге Биргетау тигән түбәгә күтәрелеп, аҫта йымылдап ятҡан мөһабәт күлгә, алыҫ үҙәндәргә, күкһел урмандарға, офоҡ ситендәге Ирәмәлдең аҡ таҡыяһына күҙҙәрем талғансы ҡарағым килә. Ынтылырға әлегә баҙнат итмәйем. Күкрәгем ҡыҫыла. Мөхәммәттең йомарт ҡуллы, йор һүҙле кәләше Ғәйниямал мине көн һайын күбектәре күпереп торған кәзә ҡымыҙы менән кикерткәнсе һыйлай... Аҙна-ун көн үтеүгә, тыным иркенәйеп, теҙ быуындарым нығып китте...” Тимәк, Өргөн ауылы шағирҙың һаулығын нығытҡан, уның ғүмерен оҙайтҡан! Һәм Өргөндә әлегәсә шағирҙың эҙҙәре һаҡлана кеүек. Уның күҙен иркәләгән Өргөн күле, тынын иркенәйткән ҡарағай урмандары, йөрөгән урамдары, һуҡмаҡтары, һүҙ ҡушҡан ауыл кешеләре – барыһы ла Мостайҙы хәтерләтә.
Учалы районының Өргөн ауылында йәшәүсе хаҡлы ялдағы уҡытыусы, Башҡортостандың мәғариф отличнигы, М. Мортазин исемендәге премия лауреаты Салауат Рәсүлев та шағир хаҡында иҫтәлекте һаҡлауға ҙур өлөш индерә. Хәтирәләрҙе үтә ҡәҙерләп кенә, ауылдаштарына, Өргөнгә сикһеҙ һөйөү менән теркәп барған ауыл йылъяҙмасыһы ул Салауат Хәйретдин улы. Учалы районының Һарт ауылында тыуған уҙаман Яңы Байрамғол һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә белем ала, артабан Белорет педагогия училищеһында уҡый, хеҙмәт юлын Өргөн ауылында башлап, ғүмерлеккә шул ауылға ерегә. Хәләл ефете, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Зәнифә Ғәли ҡыҙы менән әллә нисә быуын балаларҙың аң-белем офоҡтарын киңәйтеп, ҡанатлы ла итеп, ерҙән ныҡ баҫып йөрөрлөк тә итеп уҡытып-тәрбиәләйҙәр, өс бала үҫтерәләр.
Исемдәре мәктәп һәм ауыл тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған уҡытыусы Рәсүлевтар кеүек һөйкөмлө, итәғәтле, ипле кешеләр йәшәй Өргөндә. Улар өлгөлө тормош ҡороп, татыу ғаиләләрҙә балалар үҫтереп, тырышып донъя көтә. Учалы аҫылташтарының береһе булған Мөхәммәт Хәйҙәровтан тыш, оҫта музыкант, композитор, фольклорсы, Башҡорт дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле оркестрын ойоштороусы Риф Моратшин, хисле йөрәкле, талантлы шағир Рамай Ҡаһир һәм башҡа күренекле шәхестәрҙең тыуған ауылы Өргөндөң “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашыуы тәбиғи. Ауылға икенсе һулыш өҫтәп ебәргәндәй булды был конкурс. “Айыҡ ауыл”да ҡатнашыу ниәтен ауыл халҡы бер төптән, дәррәү күтәреп алғас, райондаштары ла уларҙы ҡеүәтләп, һәр сараһында тиерлек ҡатнашып, мәртәбәләп ебәрә. Ә саралар бик күп ойошторола: спорт ярыштары, осрашыуҙар, йома сәйҙәре, рейдтар, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙар өсөн гуманитар ярҙам йыйыу һ.б. Һәр эштең башында – ауыл активисы, Учалы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Мохтар ҡыҙы Хисмәтуллина!
Саралар араһында иң сағыуы, моғайын да, 9 мартта уҙғарылған "Өргөндәр йыйыны"лыр. Күркәм байрамға килгән, унда ҡатнашҡан һәр кемдең күңелендә тик йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы ул. Төп ҡунаҡтарҙың береһе – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәте етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, "Айыҡ ауыл" республика конкурсының эксперт комиссияһы ағзаһы Гүзәлиә Балтабаева-Рәсүлева – Өргөн ҡыҙы! Ауылдаштарына юғары кимәлдә ойошторолған байрам өсөн, башҡорт халҡының милли ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлауҙары, үҫтереүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе Гүзәлиә Салауат ҡыҙы.
Тәбиғәт ҡомартҡыһы булған Өргөн күле буйы ярыштарҙан, уйындарҙан, артистарҙың сығыштарынан гөрләп торҙо. Осрашыу-күрешеүҙәр, ихлас әңгәмәләр, яҡты йөҙҙәр, ҡайнар самауыр сәйе, ашап туйғыһыҙ былау, телде йоторлоҡ тәмле ризыҡтар – быларҙың барыһы ла "Өргөндәр йыйыны" ине! Ҡасандыр халыҡ шағирын хайран иткән өргөндәрҙең йыйыны!
Б. ШӘРИПОВА.
Учалы районы.