Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Март 2025, 08:00

Сыйырсыҡтарҙы көткәндә

#Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы

Сыйырсыҡтарҙы көткәндәСыйырсыҡтарҙы көткәндә
Сыйырсыҡтарҙы көткәндә

Сыйырсыҡтар килһә тейеп,
Йышып кипкән таҡтаны,
Оя яһаным яңыртып,
Атай «шәп» тип маҡтаны.
Маҡтауҙан һуң ҡанатланып
Ағас башына мендем,
Йыуан ғына бер ботаҡҡа
Оямды ныҡлап элдем.
Үәт исмаһам, шәп булды!
Шул ваҡыт әҙергә-мәҙер
Турғайҙар килеп ҡунды,
Әллә өс, әллә дүрт турғай
Эскә үк кереп тулды.
«Бәй», «бәй» тиеп мин был хәлгә
Шаҡ ҡатып торҙом ҡарап.
Былар сығырмы ул ҡабат?
Сыҡмаһа бит эш харап.
Тағы ла бер оя яһап
Эләм инде, булманы.
Ауыҙын да ябырмын ул,
Ыштуб турғайҙар тулманы.

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас