Баш ҡаланың билдәле фото төшөрөү оҫтаһы үҙ эштәрендә балет һәм Р.Нуриев исендәге башҡорт хореография колледжы студенттарын күрһәткән. Фотоһүрәттәр колледжға уҡырға инеү һәм сығарылыш имтихандарында, репетицияларҙа, конкурс-фестивалдәрҙә яһалған. Һәр береһендә йәш артистарҙың балет сәнғәте тыуҙырған оло хеҙмәте күренә.
Күргәҙмәне асҡанда фотоларҙағы геройҙары, фестиваль ҡунаҡтары һәм ҡатнашыусылары булды.