Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Март 2025, 03:52

Путин Курск йүнәлешендә яҡташтарыбыҙҙың ҡаһарманлығын баһаланы

Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәренең юғары баш командующийы Владимир Путин Башҡортостандан 3-сө мотоуҡсылар дивизияһының 1220-се мотоуҡсылар полкы хәрбиҙәренең Курск өлкәһен азат итеүгә индергән хәрби өлөшөн юғары баһаланы. Был хаҡта Дәүләт башлығы Курск төркөмө менән идара итеү пункттарының береһендә үткән кәңәшмәлә белдерҙе.

Путин Курск йүнәлешендә яҡташтарыбыҙҙың ҡаһарманлығын баһаланыПутин Курск йүнәлешендә яҡташтарыбыҙҙың ҡаһарманлығын баһаланы
Путин Курск йүнәлешендә яҡташтарыбыҙҙың ҡаһарманлығын баһаланы

/ ... /3-сө мотоуҡсылар дивизияһының 1220-се мотоуҡсылар полкы/.../. Генераль штабтың баш оператив идаралығы етәкселегенә лә башҡарған эштәре өсөн рәхмәт әйткем килә», — тине Владимир Путин Рәсәй Ҡораллы көстәренең Генераль штабы начальнигы — оборона министрының беренсе урынбаҫары Валерий Герасимовтың докладын тыңлағандан һуң.

Фото:кремлин.ру
Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас