Сараны республика мәҙәниәт министрлығының социомәҙәни эшмәкәрлек бүлегенең төп белгес-эксперты Әлиә Фәтҡуллина асып, республикабыҙҙа эшләгән музейҙар хаҡында мәғлүмәт бирҙе. Бөгөн Башҡортостанда 107 музей эшләй, унда 615 кеше хеҙмәт итә. Былтыр 179 меңдән ашыу экспонат ҡулланылып, 2600 сара уҙғарылған, 1 миллион 900 кеше ҡарарға килгән. Үткәрелгән күргәҙмәнең 90-ға яҡыны махсус хәрби операцияға арналған.
Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге директоры, сәйәсәт фәндәре кандидаты Марат Мәрҙәнов, музей йәштәр, уҡыусылар, студенттарҙы йәлеп итеүсе урын булыуын билдәләне, Рәсәй тарихи йәмғиәте менән берлектә төрлө саралар үткәрелеүен дә һөйләне. Бөйөк Ватан һуғышы тарихының Белоруссия дәүләт музейы директоры Владимир Воропаев онлайн сәләмләһә, "Сталинград алышы" музей-ҡурсаулығының директоры Алексей Дементьев сығышында "Башҡортостан - Волгоград. Еңеү рух берҙәмлегендә" күргәҙмәһенең старт алыуын белдерҙе. Ул Бөйөк Ватан һуғышы аша ике төбәк тарихын берләштергән. Еңеү музейының балалар үҙәге директоры Елена Слесаренко Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендәге мәктәп музейҙары менән хеҙмәттәшлек итеүҙәрен бәйән итте, Луганск Халыҡ республикаһының тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Артем Рубченко музей экспозицияларында башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙарының батырлығы хаҡында һөйләне. Хәрби Дан республика музейының директоры Илшат Үтәев үҙҙәрендә һаҡланған музей экспонаттары миҫалында илебеҙҙең хәрби тарихы сағылышын күрһәтте. Замандан артта ҡалмай, күп экспонаттарҙың йәнләндереүҙәрен дә хәбәр итте.
— Ғәҙәттә, буклетты алалар ҙа, ташлап ҡуялар, Шуға уны ла йәнләндерергә булдыҡ, куар-код аша инһәң, музейҙы эсе менән танышырға була, - ти ул.
Салауат ҡалаһындағы тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Руслан Сафиканов Бөйөк Ватан һуғышы, махсус хәрби операция яугирҙарына бәйле йөрәкте тетрәндерлек хәлдәр менән бүлеште.
Сара һуңында музей секцияһына йомғаҡ яһалды, әүҙем эшләүсе музейҙар ҙа билдәләнде.