Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Март 2025, 06:47

Бәхетен Өфөлә тапты

***

“Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе Александр Хмелевский уйындар араһындағы бер аҙналыҡ ялды бушҡа үткәрмәгән – күптән дуҫлашып йөрөгән Өфө ҡыҙы Диана Хановаға өйләнгән.

Юлаевсылар сафына 2022 йылда килеп ҡушылған легионер былтыр беҙҙең клуб менән өс йылға килешеү төҙөнө. Ул 2022/2023 йылдарҙа КХЛ чемпионатында иң яҡшы снайпер булып танылды: дә­ғүәселәр ҡапҡа­һына 26 гол индерһә, 22-һен индереүгә ярҙамлашты. Үҙен плей-оффта ла яҡшы яҡтан күрһәтте.
Хоккей буйынса донъя йәштәр чем­пионатының көмөш (2019), донъя чем­пионатының бронза (2021) призеры  Өфө командаһында уйнап, әлеге миҙгелдә  51  (24 + 27) мәрәй йыйҙы.
Мәргән уйынсыбыҙға боҙҙа ғына түгел, ғаилә тормошонда ла уңыш юлдаш булһын!


Читайте нас