Бөтә яңылыҡтар

Тыуған илгә, хеҙмәткә һөйөү ошо фәндәрҙән башлана

Быйылдан Рәсәйҙә «Йәштәр һәм балалар» милли проекты старт алғайны. Уны ғәмәлгә ашырыуға 2025 йылда ҡаҙнанан – 458 миллиард, 2026 йылда – 547 миллиард, ә 2027 йылда 550 миллиард һум аҡса бүленәсәк.

Тыуған илгә, хеҙмәткә һөйөү ошо фәндәрҙән башлана
Тыуған илгә, хеҙмәткә һөйөү ошо фәндәрҙән башлана

Әлеге милли проект йәш быуындың һәләтен үҫтереүгә мөмкинлектәр булдырыу, яуаплы, юғары әхлаҡлы йәштәр тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Шулай уҡ яңы мәктәптәр төҙөү, иҫкеләрен ремонтлау, уҡытыусыларҙың тәжрибәһен арттырыу, уҡытыуҙың яңы алымдарын булдырыу, белем биреүҙә уңайлы шарттар тыуҙырыуҙы ла күҙ уңында тота. Уҡыу кабинеттарын заманса ҡорамалдар, уҡытыу һәм тәрбиә саралары менән йыһазландырыу ҙа ҡаралған. Уҡыусыларҙа тыуған илгә, хеҙмәткә оло һөйөү тәрбиәләү хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм Ватанды һаҡлау, технология фәндәренән башлана, шуға тәү сиратта ошо кабинеттарға ҡорамалдар алынасаҡ. Бының өсөн быйыл бөтәһе 203,5 миллион һум аҡса йүнәлтеү ҡаралған.

– Башҡортостан  йыһазландырылған мәктәптәр һаны буйынса Рәсәйҙә – дүртенсе, Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй. Республиканың барлыҡ муниципаль берәмектәрендәге 711 мәктәп яңы ҡорамалдар аласаҡ, – тип белдерҙе сығышында мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин.

Бөгөн был фәндәрҙән дәрестәр нисек үтәме?  Әлшәй районының Раевкалағы Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы директоры Илдус Баймөхәмәтов әйтеүенсә, хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм Ватанды һаҡлау, технология фәндәренән барлыҡ ҡорамал да етерлек, тик күбеһе яңыртыу талап ителә.

– Хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм Ватанды һаҡлау  фәне VIII – XI кластарға инә, унан Фларит Ризванов уҡыта. Уҡыусылар противогаз, автомат, граната менән эш итергә, сафта йөрөргә, төрлө йәрәхәт алған, һыуҙа батҡан кешегә ярҙам күрһәтергә, аяҡҡа, ҡулға дөрөҫ итеп шина һалырға, яралыны носилкала сығарырға өйрәнә. Элекке башланғыс хәрби әҙерлек дәресенән ҡалған ҡораллы көстәрҙең погондары, электрон тирыбыҙ, тәүге ярҙам күрһәтеү өсөн манекендар, имитаторҙар бар. Әлеге көндә гранатаның яңы төрҙәренә, автоматҡа заказ бирҙек, – ти Илдус Илдар улы.

Был дәрес булған көндө уҡыусылар хәрби формала йөрөй. Йылына ике тапҡыр X – XI кластарға «Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусы көнө» лә үткәрелә.

Лицей директоры белем усағында илһөйәрлеккә бик ҙур иғтибар бүленеүен дә белдерҙе. Бында өс йыл элек “Шайморатов кластары” асылған, унда барлығы 75 бала шөғөлләнә. Улар район, республикала үткән бер саранан да ситтә ҡалмай.

 Әле лицейҙа граждандар оборонаһы айлығы әүҙем бара, көн дә төрлө сара ойошторола: «Йәгеҙ әле, егеттәр!», «Ил һаҡсыһы алға!» ярыштары, III – IV кластар араһында кесе ғәскәрҙәр парады үткән, совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыу көнөндә “шайморатовсылар” һәйкәлгә сәскәләр һалған, «Зарница» уйыны ла көтөлә. Бындай сараларға ветерандар, әрмелә хеҙмәт иткән егеттәр, махсус хәрби операциянан отпускка ҡайтҡан яугирҙар саҡырыла.

Ә технология дәресендә егеттәр ағасты уйырға, яндырырға, ҡырыу станогында эшләргә өйрәнһә, ҡыҙҙар төрлө әйбер тегеү менән шөғөлләнә.

– Ҡырыу станогында эшләү яуаплылыҡ, иғтибарлылыҡ талап итә, шуға  егеттәрҙе  VIII кластан йәлеп итәбеҙ. IX – XI класс егеттәре дәрестән һуң шөғөлләнергә йөрөй. Ҡыҙыҡһыныуҙары көслө, үҙҙәренә бик оҡшай. Яңыраҡ технологиянан республика олимпиадаһында ҡатнаштыҡ. Дүрт һандыҡ, ике сәңгелдәк эшләп алып барғайныҡ. Урын алмаһалар ҙа, проект эштәре бик матур ине, – ти технология уҡытыусыһы Азат Ҡотлозаманов.

Был фәндәр уҡытыусылары  уҡыусыларҙы тәрбиәләүгә күп көсөн һала. Был хаҡта аҙналыҡ кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та белдереп, хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм Ватанды һаҡлау, технология уҡытыусылары менән дә осрашыу үткәрергә кәрәклеген әйткәйне. Яңы уҡыу йылы башланыуға ресурс-методик үҙәк төҙөү, уны ҡорамалдар менән йыһазландырыу, унда ошо фән уҡытыусыларының  тәжрибәһен күтәреү буйынса саралар, стажировкалар ойоштороу ҙа күҙаллана.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: