Бөтә яңылыҡтар

ХОККЕЙ ҠАРАЙБЫҘМЫ?

Бөгөн "Салауат Юлаев" командаһы Өфөлә Мәскәүҙең «Динамо»һына һынау тота. Осрашыу 19:00 сәғәттә башлана.

ХК "Салауат Юлаев"
Фото:ХК "Салауат Юлаев"

 

Тура трансляция БЮТ-ла була.

 

Өфө клубы 63 уйында 85 мәрәй йыйып, Континенталь хоккей лигаһының Көнсығыш конференцияһында икенсе урынды биләй. Мәскәү командаһы ла  83 балл менән Көнбайышта икенсе урында урынлашҡан .

 

Быйылғы миҙгелдә командалар Мәскәүҙә осраша, ул саҡта «Динамо» 4:2 иҫәбе менән еңеү яулай. Командалар бер-береһе менән бөтәһе 34 уйын үткәрҙе, өфөләр 15 уйында көслөрәк булды.

Автор:Артур Дәүләтбәков
Читайте нас: