Ул йыл һайын республикабыҙҙағы бөтә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен һәм эшмәкәрҙәрен берләштергән иң яҡшы тәжрибәләр менән уртаҡлашыу, фекер алышыу, ошо өлкәлә төрлө йүнәлеште үҫтереү йәһәтенән иң ҙур, берҙәм майҙансыҡҡа әүерелә.
Быйылғы мәҙәни форум баш ҡалабыҙ Өфөлә 13 – 14 мартта үтә. Унда мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, дәүләт һәм муниципаль мәҙәниәт учреждениелары етәкселәре, мәртәбәле ҡунаҡтар – Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының Мәҙәниәт департаменты директоры Артём Горный, Ҙур Мәскәү дәүләт циркының генераль директоры, Рәсәйҙең халыҡ артисы Эдгард Запашный, Сочиҙағы «Сириус» урта махсус музыка мәктәбенең директоры Вадим Руденко һәм башҡалар ҡатнаша.
Форумдың тәүге көнө мәҙәниәт министрлығының коллегия ултырышы менән башланды. Уны Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев асып, республика Башлығы Радий Хәбиров исеменән сәләмләне, күп күрһәткестәр буйынса Башҡортостандың Рәсәй төбәктәре араһында алдынғы урынды биләүен белдерҙе. Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова Башҡортостандың мәҙәни мираҫын һаҡлауҙа күп эштәр башҡарылыуын һөйләне, «Кесе Ватан мәҙәниәте» федераль партия проектын яҡтыртҡан журналистарға рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова үткән йылға йомғаҡ яһап, был өлкәлә ниндәй эштәр башҡарылыуы хаҡында бәйән итте. Уның беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина Башҡортостанда «Пушкин картаһы» программаһы уңышлы тормошҡа ашырылыуын билдәләне, уны ҡулланыу буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә – өсөнсө, федераль округ буйынса беренсе урында булыуын белдерҙе. Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы рәйесе Рәнис Алтынбаев советтың яңы ағзалары менән таныштырһа, Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзының республика ойошмаһы рәйесе Александр Кузьменко мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованы тәүге «Социаль партнерлыҡ» наградаһы менән бүләкләне. Ултырыш һуңында мәҙәниәт өлкәһендә фиҙакәр хеҙмәт иткәндәр Почёт грамоталары, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исемдәре тапшырылды.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.