Бөтә яңылыҡтар

14 мартта сәхәр эсеү, намаҙ уҡыу, ауыҙ асыу ваҡыты

Әссәләмү ғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ, дин ҡәрҙәштәрем! Был таблицала Өфө ҡалаһы һәм районының сәхәр, намаҙ уҡыу, ауыҙ асыу (ифтар) ваҡытын күрәһегеҙ. Республика буйынса район-ҡалаларҙағы ураҙа тотоу ваҡыты 2 – 20 минутҡа айырыла.

14  мартта  сәхәр эсеү, намаҙ уҡыу, ауыҙ асыу ваҡыты
14 мартта сәхәр эсеү, намаҙ уҡыу, ауыҙ асыу ваҡыты

Әлхәмдүлилләһ, ун дүртенсе көнгә лә аяҡ баҫабыҙ. Ураҙағыҙҙы еңел тотоу өсөн, йоҡонан торғас уҡ 3 – 4 стакан акан йылымыс һыу эсеп ҡуйыу һәйбәт. Сәхәр эсеүҙе иртәнге намаҙ башланғансы 20-30 минут алда, йәғни 5.34 сәғәттә тамамлағыҙ. Ашағандан һуң ошондай ниәт әйтелә: «Нәүүәйтү ән әсуумә саумә шәһри рамаҙанә минәл-фәжри иләл-мәғриби хаалисәл лилләһи Тәғәлә». Ә кискеһен, ҡояш байығас, 19.20 сәғәттә ауыҙ асабыҙ. Иң беренсе 2 стакан йылымыс һыу йәки зәм-зәм эсегеҙ, бер нисә финик ашағыҙ ҙа, унан ошо доғаны уҡығыҙ: «Аллаһүммә ләкә сумтү үә бикә әмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәлә ризҡиҡә әфтартү фәғ-фирли йә ғаффәәәру мә ҡаддәмтү үә мәә әххартү».

Унан аҡшам намаҙы уҡыла. Бары шунан һуң ғына ашарға мөмкин. Ураҙағыҙҙы еңел тоторға яҙһын ин шәә Аллаһ!

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: