Фытыр саҙаҡа биреү ваҡыты: Был саҙаҡаны Ураҙа байрамының намаҙына тиклем бирергә.
Әгәр кеше ваҡыт бар әле тип, фытыр саҙаҡаһын Ураҙа байрамы намаҙына тиклем биреп өлгөрмәһә, намаҙҙан һуң биргән саҙаҡаһы ябай хәйер саҙаҡа кеүек ҡабул ителә.
Фытыр саҙаҡаһын кемдәргә бирергә мөмкин:
1) Фәҡир-ярлыларға.
2) Яңы Ислам динен ҡабул итеүселәргә.
3) Юлсыларға (мосафир).
4) Шәкерттәргә (төрлө уҡыу йорттарында уҡып йөрөүсе студенттар).
Фытыр саҙаҡаһы кемдәргә бирелмәй:
1) Кеше үҙенең атаһына йәки әсәһенә.
2) Иренә йәки ҡатынына.
3) Олатаһына йәки өләсәһенә.
4) Улына, ҡыҙына йәки ейән-ейәнсәргә.
5) Хәлле, бай кешеләргә.
6) Мосолман булмағандарға.
7) Ете йәштән кесе балаларға.
8) Психик ауырыулы кешеләргә.
Фытыр саҙаҡаһының күләме күпме?
Башҡортостан Республикаһы мосолмандары диниә назараты билдәләүенсә, фытыр саҙаҡаһының күләме төп аҙыҡ-түлек (бойҙай, арпа, финик, йөҙөм) хаҡына ҡарап иҫәпләнә.
Быйыл бер кеше өсөн ошолай тәшкил итә:
Аҙ килемле кешеләргә – 200 һум;
Урта хәлле һәм етеш кешеләргә – 200 һумдан 1100 һумға тиклем.
Фиҙиә саҙаҡаһы
Фидия саҙаҡаһын да Рамаҙандың башында ла, уртаһында ла, аҙағында ла бирергә була. Уны аҡсалата, аҙыҡ-түлек менән дә түләргә була, мохтаж бер кешегә йәки бер нисә кешегә таратырға ла мөмкин.
Фиҙиә саҙаҡаһының күләме күпме?
Бер кешенең бер көнгә туҡланыуынан сығып иҫәпләнә.
Урта хәлле, етеш кешеләргә һәр тотмаған көн өсөн – 400 һум;
Аҙ килемле кешеләргә – 200 һум.