Объектты «Йәштәр һәм балалар» милли проектының «Заманса кампустар селтәрен булдырыу» федераль проекты аша төҙөйҙәр. 10-29 ҡатлы буласаҡ административ һәм торлаҡ биналар комплексының майҙаны 99,7 мең квадрат метр тәшкил итәсәк. Стилобат менән берләштерелгән бөтәһе ете башня буласаҡ. Студенттар һәм уҡытыусылар өсөн корпустарҙан тыш, бында уҡыу һәм лаборатория биналары, спорт объекттары, йәмәғәт туҡланыу нөктәләре, рекреацион зоналар һәм ер аҫты паркингы буласаҡ.

Радий Хәбиров Һәм Айрат Ғәтиәтов «Альфа» башняһы нигеҙенә бетон ҡойоуҙы башланы, шулай уҡ был ваҡиға хөрмәтенә иҫтәлекле таҡтаташты гранит плитәгә беркетте.
- Кампус төҙөү-ул республиканың юғары мәктәбе инфраструктураһының фундаменталь үҙгәреүе. Шунда уҡ 4,5 меңгә яҡын студент урыны барлыҡҡа киләсәк. Өҫтәүенә был ғәҙәти мәғәнәләге ятаҡ ҡына түгел. Бында студенттарҙың йәшәүе һәм уҡыуы өсөн уңайлы мөхит булдырыла. Яҡында театр ҙа, стадион да бар, – тине Радий Хәбиров. - Бында кампустың беренсе сиратында коворкингтар, стартаптар, лабораториялар бар. Тимәк, йәштәр, юғары уҡыу йортона ингәс, сифатлы уҡыу өсөн кәрәкле бөтә нәмәне аласаҡ. 2027 йылдың декабрендә был объектты тапшырырға тейешбеҙ.
- Тәү сиратта, Башҡортостан етәкселегенә Һәм шәхси Радий Фәрит улына өс йыл элек буласаҡ кампус өсөн майҙансыҡ һайлағаны өсөн ҙур рәхмәтемде белдерәм. Республика конкурс буйынса һайлап алыуҙың тәүге еңеүселәре араһында булды, һәм был этаптарҙың береһен төҙөп бөткән беренсе төбәк. Йыл буйына IQ-парк уңышлы эшләй, - тине Айрат Ғәтиәтов. - Буласаҡ кампустың нисек буласағы, ысынлап та, бөтә ҡала өсөн мөһим. Ул Өфөнөң үҙәгендә урынлашҡан. Студенттар беренсе класлы шарттарҙа йәшәйәсәк, йылы үткәүел ятаҡтарҙы IQ-парк бинаһы менән бәйләйәсәк, унда улар уҡыясаҡ һәм буласаҡ эш биреүселәр менән осрашасаҡ. Был яңы белем биреү стандарты. Төҙөлөш ваҡыты бик көсөргәнешле. Республикала ҙур проекттарҙы тормошҡа ашырған төҙөүселәр командаһы кәрәк саҡта барыһын да тапшырыр, тип ышанам. Уңыштар теләйем!
https://glavarb.ru/ru/news/event/v-ufe-dali-start-stroitelstvu-vtoroy-ocheredi-mezhvuzovskogo-kampusa-evraziyskogo-noc-74336/