Бында «Йәштәр һәм балалар» милли проектының «Заманса кампустар селтәрен булдырыу» федераль проекты аша объекттың икенсе сиратын төҙөлөшөн башлау тантанаһы үтте.
Радий Хәбиров шулай уҡ кампус биналары комплексын төҙөү мәсьәләләре буйынса эш кәңәшмәһен үткәрҙе. Унда профилле министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, подряд ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.
Башҡортостан башлығы республиканы үҫтереү, юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү һәм төрлө тармаҡтарҙа инновацион проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн объекттың стратегик әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Беҙ фәнгә ярҙам итеүҙең һөҙөмтәле механизмдарын булдырырға ынтылабыҙ. Был йәһәттән эштәр күләме һиҙелерлек арта. Шуға күрә беҙ республикала фән һәм юғары белем буйынса дәүләт комитетын булдырҙыҡ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. - Бөгөн Башҡортостандың фәнни-мәғариф өлкәһе флагманы булырға тейешле Вуз-ара кампустың икенсе сиратын төҙөү мәсьәләләрен тикшерәсәкбеҙ.
Проектты тормошҡа ашырыу тураһында тулыраҡ республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итте. Ул 2024 йыл башында файҙаланыуға тапшырылған кампустың беренсе сиратында IQ-парк эшләүен билдәләне. Бында республиканың алдынғы юғары уҡыу йорттары тикшеренеүҙәр алып бара. Эштә 500-ҙән ашыу студент һәм йәш ғалимдар ҡатнаша. Юғары технологиялы компаниялар менән берлектә төрлө өлкәләрҙә бер нисә алдынғы проектты тормошҡа ашыра. Бынан тыш, кампуста конференциялар, оҫталыҡ дәрестәре, мәктәп уҡыусылары өсөн экскурсиялар һәм йәмәғәт саралары үтә.
Премьер-министр хәбәр итеүенсә, кампустың икенсе сираты проектын алдынғы ҡарарҙар һәм технологиялар ҡулланыуҙы иҫәпкә алып төҙәтәләр. Объектты 2027 йылда төҙөп бөтөргә планлаштыралар.
Рәсәйҙең фән һәм юғары белем биреү министры урынбаҫары Айрат Ғәтиәтов республиканың фәнни-технологик потенциалын үҫтереү буйынса идара итеү командаһының эшен юғары баһаланы.
- Өфө илдә тәүгеләрҙән булып 25 кампус төҙөү буйынса күләмле федераль проекттың башланғыс этабын тамамланы, – тине Айрат Ғәтиәтов. - Һеҙ яңы майҙансыҡҡа күп һанлы резиденттарҙы йәлеп итеү буйынса һөҙөмтәле эш башҡарҙығыҙ – алдынғы юғары уҡыу йорттарының һәм юғары технологиялы компанияларҙың ҡаҙаныштарын берләштерҙегеҙ. Министрлыҡ Юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусын төҙөүгә һәр яҡлап ярҙам күрһәтеүен дауам итәсәк.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар кампус биналарын төҙөүҙең юл картаһын, уның архитектура һәм планлаштырыу ҡарарҙарын, шулай уҡ лаборатория комплексын тулыландырыуҙы һәм ижади йәштәр киңлектәрен булдырыуҙы тикшерҙе.
https://glavarb.ru/ru/news/event/radiy-habirov-provyol-soveshchanie-po-voprosam-stroitelstva-v-ufe-vtoroy-ocheredi-mezhvuzovskogo-kampusa-evraziyskogo-noc-74337/