Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Март 2025, 05:39

Айыҡ ауыл – бәхетле кешеләр һәм шат балалар

Күгәрсен районының Тәүәкән ауылы республика конкурсының финалында ҡатнаша

Күгәрсен районының Тәүәкән ауылын белмәгән кеше бармы икән? Иң тәү сиратта ул беренсе Президентыбыҙҙың йәнтөйәге булараҡ таныулы бит. Уңған, тырыш, рухлы, алсаҡ халыҡ йәшәй бында. 

Тәүәкәндәр “Айыҡ ауыл” рес­публика конкурсында ҡат­на­шырға ниәтләгән һәм маҡ­саттарына табан бик яҡшы ғына баралар – улар финалсылар исем­легендә. Ауылда ниндәй генә сара үтмәй! Быға тиклем дә әүҙем ауыл халҡы хәҙер уғата етеҙ­ләнде, уңғанланды, тиҙ генә ойошорға, тупланырға, берәй ҙур сара үткәрергә әҙер генә тора! Әлбиттә, Мортаза Ғөбәйҙулла улының тыуыуына 91 йыл ту­лыуҙы ла иғтибарһыҙ ҡал­дыр­манылар. Был көндә ауылда әллә нисәмә сара уҙҙы: район баш­ҡорттары ҡоролтайы ки­ңәй­тел­гән ултырышҡа йыйылды, спорт ярыштары (күп алыш, милли көрәш, уҡтан атыу, бәйге, йөҙөү, шахмат буйынса ярыштар) үтте. Ғөмүмән, февраль төрлө сара-ваҡиғаға бай булды. Йәше-ҡарты тигәндәй, һәр сараның урта­һында ҡайнаны.
Теләүембәт ауыл биләмәһе ха­кимиәтенән әйтеүҙәренсә, Тәүә­кәндә 540 кеше йәшәй. Шуларҙың 215-е – йәштәр, 162-һе –балалар. 21 ғаиләнең ишле булыуы ла – ҡыуандыра торған күрһәткес. “Ауылыбыҙ йәштәрҙең киләсәген уйлап-хәстәрләп тә айыҡлыҡ юлына баҫты. Артабан да шул һайлаған юлыбыҙҙан ыша­ныслы барасағыбыҙға ыша­нам. Бер­ҙәмлектә, та­тыу­лыҡта йә­шәү – тәүә­кән­дәр­ҙең маҡ­саты. Әле лә, махсус хәрби операция барғанда, ауыл халҡы яу­гирҙарыбыҙға ҡу­лынан килгәнсә ярҙам итә, имен-һау әйләнеп ҡайтыу­ҙарын теләй, гума­нитар ярҙам йыя”, – ти Теләүембәт ауыл хакимиәте башлығы Булат Ҡаразбаев. 
Әйткәндәй, февраль һәр ерҙә патриотик ай булараҡ үтте. Иҫтәлекле даталар ҙа күп бит – ерем, халҡым, телем, тип ижад иткән Рәми Ғариповтың тыуы­уына 93 йыл, “афғансылар”ҙы иҫкә алыу, туған телдәр, Ватанды һаҡлаусылар, Башҡортос­тандың дәүләт флагы көндәре... Бы­ларҙың береһен дә иғти­бар­һыҙ ҡалдырманы тәүә­кәндәр. Бынан тыш, район кимәлендәге мәҙәни-патриотик саралар ҙа старт алды. Йыр-моң һөйөүсе ауыл һәүәҫ­кәрҙәре ҙур теләк менән сәхнәгә сыға. Әле “Еңеү” марафоны бара. Бихисап спорт сараһы тураһында әйтеп тороу ҙа кәрәкмәй. Уларҙа ла тәүәкәндәр – алда. 
Йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләүгә айырым иғтибар бирелә. Мәктәп уҡыусылары Бө­йөк Ватан һуғышында баштарын һалған яугир ауылдаштары иҫ­тәлегенә төҙөлгән мемориаль комплексты даими тәрбиәләй. 
Мәктәптә милли ризыҡҡа арналған конкурс та шаулап-гөрләп үткән. Унда ата-әсәләр ҙә ҡатнашҡан. Шул уҡ февраль айында уҡыусылар араһында “Иң матур ауыл” фотокон­курсы ла иғлан ителгән. Был ижади ярыш­тың төп идеяһы – фотоһүрәттәр аша Тәүәкән ауылының тәбиғәт матур­лығын, архитектураһын күр­һәтеү. Тауыш биреү йом­ғаҡ­тары буйынса, унда 6-сы класс уҡыусыһы Регина Мансурова еңеп сыҡҡан. Тыуған ауыл­да­рының матурлығын күрә белеүсе балаларға, афарин, тиергә ҡала.
Махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡай­тыусы ауылдаштары менән дә йыш осрашып торалар. Бер нисә көн элек кенә бер яугир балалар баҡсаһында ла булып киткән. 
“Балалар, ата-әсәләр, бала­лар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре  геройы­быҙға һүрәттәр, гума­ни­тар ярҙам әҙерләне, тәрбиә­селәр бик фай­ҙалы кәрәҙле бальзам яһаны. Яуҙағы хеҙ­мәттәштәренә ошо бәләкәй генә, шул уҡ ва­ҡытта бик мөһим тыуған яҡ күс­тәнәс­тәребеҙҙе тапшы­рыуын һо­рап, имен-һау, еңеү менән ҡайтыу­ҙарын теләп оҙатып ҡалдыҡ”, – тине осрашыуҙа булғандар.
Тәүәкәндә «Ауылым оҫта­лары» проекты ғәмәлгә ашырыла. Ауылда ундайҙар күп. Оҫта­ларҙың береһе – Эдуард Хай­саров. Бәләкәйҙән ҡулынан балта төшмәгән Эдуард Дамир улы семәрләп һандыҡтар, тәҙрә япмалары, ултырғыстар, кәрәкле ҙур­лыҡта өҫтәл­дәрҙе һә тигәнсе эшләп ҡуя. 
Балта оҫтаһы, бура бураусы Рөстәм Шә­һәровтың да ҡу­лынан килмәгән эше юҡ! Үҙе үҫтергән өс улы – өс тая­нысы, терәге. 
“Тырыш, егәрле кеше­ләр­ҙең йорттары, донъялары әллә ҡайҙан уҡ күҙҙең яуын алып тора. Гөлнара һәм Азамат Әбдрәхимов­тарҙың йорттары менән ауылы­быҙға килгән һәр ҡунаҡ, бында кемдәр йәшәй, тип ҡыҙыҡһына. Се­мәрләп эшләнгән биҙәктәре, төрлө сағыу төҫ үҙенә саҡырып торғандай. Уларға ҡа­рап, хал­ҡыбыҙҙың матур, етеш тор­мошҡа ынты­лышын күреп, күңел шатлана. Йорттағы, иха­талағы бар нәмәне оҫта ғаилә башлығы үҙ ҡулдары менән эшләгән. Донъяһын бөтәйтеү өсөн бар тырышлығын һала ул. Йорт-ҡураны төҙөк тотоу ир кешенең ҡулында булһа, ҡатыны Гөлнара Асаф ҡыҙы йорт-иха­таһын гөл-сәскәләр менән биҙәй, ҡышын бәйләм эштәре, ҡул эштәре ме­нән була, өйҙәренең нурлы, ҡотло булыуы тап уның эш­һөйәрлегенә бәйле”, – тип һөй­ләй улар ту­раһында ауыл­даштары.
Тәүәкәндә Башҡорт ғаиләһе көнө лә ҙурҙан ҡубып билдә­ләнгән. Бында өлгөлө, матур ғаиләләр етерлек. Мәҙәниәт йортонда “Татыу ғаилә – ил терәге” конкурсы ойошторолған. Унда ҡатнашыусы Рәмилә һәм Шәрифйән Шәһәровтар, Ләлә һәм Замир Харрасовтар, Лилиә һәм Алик Хәкимовтар ғаиләләре бар яҡлап һөнәрҙәрен, оҫ­та­лыҡтарын, йыр-моңға, аш-һыуға маһирлыҡтарын күрһәт­кән. Кү­гәрсен районы баш­ҡорттары ҡоролтайы рәйесе Р. Сәйет­бат­талов, район хаки­миәтенең йәштәр, спорт һәм бәлиғ бул­мағандар эштәре буйынса бүлеге етәксеһе А. Лы­сенко, район мә­ҙәниәт йорто методисы Г. Ғө­бәйҙуллина ба­һалама комис­сияһы ағзаһы булараҡ саҡы­рылған.
Шәһәровтар – “Иң ижади ғаи­лә”, Хәкимовтар – ”Тамашасы һөйөүе”, Харрасовтар ”Иң оҫта ҡуллы” номинацияларында еңеү яуланы. Афарин! 
“Айыҡ ауыл” республика кон­курсына ярашлы, Тәүәкәндә ғаилә консультациялары көнө уҙғарылған. Унда райондың мәшғүллек хеҙмәте, ғаилә үҙәге, хакимиәттең мәғариф, опека һәм попечителлек бүлектәре вәкил­дәре, табип-нарколог һәм башҡа белгестәр ҡатнашҡан һәм ха­лыҡтың һорауҙарына яуап биргән. 
Эскелекте иҫкәртеү, насар ғәҙәттәрҙән арыныу мәсьә­ләләре буйынса “түңәрәк өҫ­тәл”гә “Айыҡ ауыл – 2023” финалсыһы – Аҙ­нағол ауылы вәкилдәре саҡы­рылған. 
Тәүәкәндәр күрше Ырым­бур өлкәһенең Ал­малы ауылы менән дә тығыҙ бәйләнештә – осра­шыуҙар даими ойош­торола.
Шуны ла әйтергә кәрәк: ауылдағы “Айгөл” һәм ”Тә­үәкән” йәмғиәтенең мага­зиндарында иҫерткес эсем­лектәр һатылмай, унда эш­ләүселәр үҙ по­зи­ция­һында ныҡлы тора. Ике магазин хеҙмәт­кәр­ҙәре лә МХО би­лә­мәһенә гуманитар ярҙам йы­йыуҙа әүҙем ҡатнаша.

Әйткәндәй

Тәүәкәндә “шаймора­тов­сы­лар” араһында “Мортаза ва­риҫтары” батырҙар уҙышы ла үткән. Кү­гәрсен районында Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөтөүсе кластар өсәү: Мораҡ­тағы М. Рәхимов исе­мендәге башҡорт гимназия­һы­ның – 7-се һәм 8-се, Тәүәкән төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 6-сы класы. Тәүәкән “шаймо­ратов­сылары” уҡыуҙа ла, спортта та һынатмай. Кластағы 13 ба­ланың һәр береһе тура­һында ауылда тик маҡтау һүҙ­ҙәре генә әйттеләр. Шулай булып үҫһендәр һәм Башҡортоста­ны­быҙға, иле­беҙгә файҙалы шә­хестәр бул­һындар!
Тәүәкәндәргә конкурста уңыш теләйбеҙ!

А. ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.

Фотолар – Тәүәкән ауылының «Бәйләнештә» селтәрендәге  төркөмөнән.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас