Гөлназ Мәхмүтова мөрәжәғәт ҡабул итте һәм шунда уҡ мәсьәләне хәл итә башланы. Валентина Косолапованы сираттан тыш офтальмологик ҡабул итеүгә саҡыралар, унан һуң күҙ селтәрен лазер менән коагуляциялайҙар. Операция уңышлы үтә.
«Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостан республикаһы буйынса филиалы штатында – 106 социаль координатор бар. МХО-ла ҡатнашыусыларҙың һәм уларҙың ғаилә ағзаларының төрлө проблемаларын, шул иҫәптән медицина характерын хәл итеү – социаль координаторҙарҙың төп бурыстарының береһе. Филиал әле 100 меңдән ашыу мөрәжәғәт килгән. Уларҙың 2 700 - гә яҡыны – медицина ярҙамы алыу, 56-һы-дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса, 3 200-ҙән ашыу кеше шифахана-курорт дауалауын һорап мөрәжәғәт иткән, психологик ярҙам 3 500 яугирға һәм уларҙың яҡындарына кәрәк булған.
Фондтың республика филиалы эшмәкәрлеге тураһында тулыраҡ бында: https://vk.com/public220653548.
Адресы: Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 107. Эш ваҡыты: 9.00 сәғәттән 18.00 сәғәткә тиклем, ял көндәре юҡ. Алдан консультация өсөн телефон: 8 (347) 268-01-02