Бәләкәй принцессаларҙы әкиәт геройҙары ҡаршы алды, унан улар өсөн йөкмәткеле программа әҙерләнгәйне: ижади күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре, күренекле кешеләр менән осрашыуҙар, фотозоналар һәм байрам балы көтә ине.
Принцессалар балында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Ул ҡыҙҙарҙы һәм уларҙың әсәйҙәрен яҡынлашып килгән байрам менән ҡотлап:
– Беҙҙең бәләкәй принцессалар – иң матурҙары, аҡыллылары һәм көслөләре. Ниндәй генә ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, асыҡ күңелле, һоҡланғыс ҡыҙҙар булып ҡалаһығыҙ. Ата-әсәйҙәрегеҙгә айырыуса рәхмәт, – тине ул сығышында.
Ҡотлауҙарға Радий Фәрит улының хәләл ефете, «Бәхет биләмәһе» хәйриә фондының попечителлек советының рәйесе Каринэ Хәбирова ла ҡушылды.
Балда ҡатнашыусы кескәй ҡыҙҙар «Том Сойер» спектаклен ҡарағандан һуң бүләктәр ҙә алып ҡыуанды.
Фото: Т. АМАНОВ.