Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Март 2025, 17:30

5 мартта сәхәр эсеү, намаҙ уҡыу, ауыҙ асыу ваҡыты

Әссәләмү ғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ, дин ҡәрҙәштәрем! Был таблицала Өфө ҡалаһы һәм районының сәхәр, намаҙ уҡыу, ауыҙ асыу (ифтар) ваҡыты күрһәтелгән. Республика буйынса район-ҡалаларҙағы ураҙа тотоу ваҡыты  2 – 20 минутҡа айырыла. Әлхәмдүлилләһ, бишенсе көнгә лә аяҡ баҫабыҙ. Ураҙағыҙҙы еңел тотоу өсөн, йоҡонан торғас уҡ 3 – 4 стакан йылымыс һыу эсеп ҡуйығыҙ. Иртән бутҡа, салат, йогурт, эремсек, сыр  һәйбәт, ҡыҙҙырылған, бик боросло, баллы ризыҡтар ашамағыҙ.

5 мартта сәхәр эсеү, намаҙ уҡыу, ауыҙ асыу ваҡыты5 мартта сәхәр эсеү, намаҙ уҡыу, ауыҙ асыу ваҡыты
5 мартта сәхәр эсеү, намаҙ уҡыу, ауыҙ асыу ваҡыты

Сәхәр эсеүҙе иртәнге намаҙ башланғансы 20-30 минут алда, йәғни 5.56 сәғәттә тамамлағыҙ.  Ашағандан һуң ошондай ниәт әйтелә:

«Нәүүәйтү ән әсуумә  саумә шәһри рамаҙанә минәл-фәжри иләл-мәғриби хаалисәл лилләһи Тәғәлә».

Ә кискеһен ҡояш байығас, кискеһен 19.02 сәғәттә  ауыҙ асабыҙ. Иң беренсе 2 стакан йылымыс һыу йәки зәм-зәм эсегеҙ, бер нисә финик ашағыҙ ҙа, унан ошо доғаны уҡығыҙ:

«Аллаһүммә ләкә сумтү үә бикә әмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәлә ризҡиҡә әфтартү фәғ-фирли йә ғаффәәәру мә ҡаддәмтү үә мәә әххартү».

Унан  аҡшам намаҙы уҡыла. Бары шунан һуң ғына ашарға мөмкин. Киске ашҡа йәшелсә, балыҡтан диетик, аҙ калориялы, һөтлө аҙыҡтар әҙерләргә кәңәш ителә.

Ураҙағыҙҙы еңел тоторға яҙһын ин шәә Аллаһ!

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас