Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Март 2025, 09:13

Быйыл Башҡортостанда 164 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндереләсәк

2019 йылдан Башҡортостанда «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты аша тормошҡа ашырылған «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» программаһы буйынса 806 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелде (2024 йылда ғына – 123 биләмә).

Быйыл Башҡортостанда 164 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндереләсәкБыйыл Башҡортостанда 164 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндереләсәк
Быйыл Башҡортостанда 164 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндереләсәк

Финанслауҙың дөйөм күләме 8,2 миллиард һум тәшкил итте (былтыр - 1,2 миллиард). Төҙөкләндерелгән биләмәләр һаны буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында беренсе һәм РФ субъекттары араһында дүртенсе урында тора. Был хаҡта хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова хәбәр итте.

Быйыл төҙөкләндереү «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты аша дауам итәсәк. 1,2 миллиард һумлыҡ 94 объектты төҙөкләндереү планлаштырыла (шуның 1,127 миллиарды – федераль йүнәлештән). Өҫтәмә рәүештә, башҡа программалар буйынса 70 объектты төҙөкләндереү планлаштырыла. Дөйөм алғанда, йыл аҙағынаса республикала 164 йәмәғәт биләмәһе (Мәләүездә Дан бульвары, Нефтекамала Йәштәр йорто алдындағы биләмә, Белоретта Еңеү паркы янындағы биләмә һ. б.) төҙөкләндереләсәк.


Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас