Сәскә һалыу сараһында һәр кем уны йылы һүҙҙәр менән хәтергә алды.
Әйткәндәй, Сәғит Әлибаев БАССР мәғарифының халыҡ комиссары, 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы комиссары, полк командирының сәйәси эштәр буйынса урынбаҫары, Башҡорт АССР-ының мәғариф министры, СССР-ҙың 1-се саҡырылыш Юғары Советы, Башҡорт АССР-ының 1-се һәм 2-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты була. Педагогия фәндәре кандидаты, РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы, ике Ҡыҙыл Байраҡ, 1-се һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары менән бүләкләнгән.