🤲Малдарыбыҙға бәрәкәт биреп, беҙҙең белеп һәм белмәй ҡылған гонаһ-хаталарыбыҙҙы ярлыҡа. 🤲Телебеҙгә, күңелебеҙгә сабырлыҡ биреп, ҡалған ғүмеребеҙҙе ҡушҡандарыңды үтәп, тыйғандарыңдан тыйылып, Үҙең риза булырлыҡ итеп үткәреүҙәребеҙҙе насип ит. 🤲Быға тиклем тәүфиҡһыҙлыҡта йөрөгән бәндәләреңдең күңелдәренә иман нуры һалып, тура юлдарҙы – мәсет, мәҙрәсә юлдарын күрһәт. 🤲Өйләнмәгән егеттәребеҙгә, кейәүгә сыҡмаған ҡыҙҙарыбыҙға хәйерле бәндәләр насип ҡылып, матур ғаиләләр ҡороп, динебеҙҙе ҡеүәтләүсе балалар үҫтерергә насип ҡыл. 🤲Йә Раббым, ошо килгән һәм киләсәк йылдарҙы хәйерле йылдарҙан ҡылып, беҙ, бәндәләреңдең белеп һәм белмәй ҡылған гонаһтарын, хаталарын ғәфү ҡылып, афәттәрҙән, хәүеф-хәтәрҙәрҙән, бәлә-ҡазаларҙан имен ҡылһаң ине. 🤲Йә Раббым, изге Рамаҙан айында һәр беребеҙҙе насар уйлы әҙәмдәрҙән, насар һүҙҙәр, боҙоҡлоҡтарҙан һаҡлап, ураҙабыҙҙы еңел тоторға насип ит ин шәә Аллаһ!