– Бер ваҡыт миңә Мәләүездән бер уҡыусының хаты килеп эләккәйне, икенсе тапҡыр Салауат, Стәрлетамаҡ балаларының сәләм хаттары эләкте. Был – беҙҙең өсөн ҙур ярҙам һәм еңеү өсөн бар көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ, – ти ул.
Яугир махсус хәрби операцияға 2022 йылдың көҙөндә эләгә. Уның күкрәген «Хәрби хәрәкәттәр ҡатнашыусыһы» билдәһе һәм Жуков миҙалы биҙәй.
– Ейәндәрем бик тыйнаҡ, ә ниндәй ҡыйыуҙар үҙҙәре. Беҙ ирем менән өс ул тәрбиәләп үҫтерҙек. Хәҙер өс ул үҫкән бәләкәс улымдың ғаиләһе менән йәшәйем. Ата-бабалары кеүек, ысын ил һаҡсылары, – ти өләсәйҙәре Тимергөл.
«Йәнлек» ҡушаматлы яугирҙың ике ҡартатаһы ла Бөйөк Ватан һуғышында булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар яу яланында башын һалған.
Яугир ниндәй хыялдар менән йәшәй?
– Хыялдарым күп. Уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн беҙгә еңергә кәрәк әле, – ти ул.
Аллаһы Тәғәлә үҙегеҙҙе һаҡлап йөрөтһөн, иҫән-һау йөрөгөҙ, яугирҙар!
Фото: Т. АМАНОВ.