Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Февраля 2025, 04:55

101 йәшлек инәй ейәнсәрҙәренә лә доғалар өйрәтә

Маһикамал инәй Батыршина – Ейәнсура районының Кинйәбулат ауылынан.

101 йәшлек инәй ейәнсәрҙәренә лә доғалар өйрәтә101 йәшлек инәй ейәнсәрҙәренә лә доғалар өйрәтә
101 йәшлек инәй ейәнсәрҙәренә лә доғалар өйрәтә

Тыл һәм хеҙмәт ветераны ул, Бөйөк Ватан һуғышында йылдарында комбайнсы булып эшләгән. Ете балаға ғүмер бүләк итеп, оло тормош юлына аяҡ баҫтырған.

Маһикамал инәй Ҡөрьән сүрәләрен бала сағында ятлап алған. Оло йәштә булыуға ҡарамаҫтан, әле уларҙы ейән-ейәнсәрҙәренә лә  өйрәтә, иманлы булырға әйҙәй. Афарин, Маһикамал инәй! Иҫәнлектә-һаулыҡта, яҡындарығыҙҙың ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп йәшәргә яҙһын!

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас