Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Февраля 2025, 06:30

Дональд Трамп: “Юҡ, мин бармайым”

Ҡайҙа бармай икән, АҠШ президенты?.. Сайтта уҡығыҙ...

Дональд Трамп: “Юҡ, мин бармайым”Дональд Трамп: “Юҡ, мин бармайым”
Дональд Трамп: “Юҡ, мин бармайым”

Америка Ҡушма Штаттарының президенты Дональд Трамптың 9 майҙа Мәскәүҙә Еңеүҙең 80-йыллығы айҡанлы Парадҡа килеүе ихтимал тип хәбәр иткәйнек. Әммә, һуңғы хәбәрҙәр буйынса, Трамп Мәскәүгә бармаясағы тураһында белдергән тип яҙа, “Новости” Рәсәй халыҡ-ара мәғлүмәт агентлығы.

Был хаҡта үҙ сығанаҡтарына һылтанып иң тәүҙә француз журналы Le Point хәбәр итте. Кремлдә иһә был турала килешеү булманы тип хәбәр итәләр.

Ҡыҫҡаһы, Америка президентының эшмәкәрлеген яҡтыртыусы Аҡ йорт матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, был сараға бәйле һорауға Дональд Трамп: “Юҡ, мин бармайым”, - тип яуап биргән.

 

Фото: “Новости” Рәсәй халыҡ-ара мәғлүмәт агентлығы. АҠШ президенты Дональд Трамп. Архив фотоһы.

Дональд Трамп: “Юҡ, мин бармайым”
Дональд Трамп: “Юҡ, мин бармайым”
Автор:Шамил Яубаҫаров  
Читайте нас