Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Февраля 2025, 13:27

«Һыйырҙың ирен әйтегеҙ йәки «Осҡон» интеллектуаль уйыны нисек үтте?

Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған «Осҡон» асыҡ интеллектуаль уйыны быйыл икенсе тапҡыр үткәрелде. Уны Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды һәм «Йәшлек» гәзите редакцияһы ойошторҙо.

Добавить в предпочтительные источники Google
«Һыйырҙың ирен әйтегеҙ  йәки «Осҡон» интеллектуаль уйыны нисек  үтте?«Һыйырҙың ирен әйтегеҙ  йәки «Осҡон» интеллектуаль уйыны нисек  үтте?
«Һыйырҙың ирен әйтегеҙ йәки «Осҡон» интеллектуаль уйыны нисек үтте?

Республика колледждары командалары ярышҡан уйын  ике этаптан торҙо: беренсеһе ситтән тороп үткәрелһә, ә финалға тәүге этапта еңеүселәр сыҡты. Финал ярышында Бәҙри Мәмбәтҡолов исемендәге Сибай педагогия колледжы, Салауат белем биреү һәм профессиональ технологиялар колледжы, Башҡорт кооператив техникумы, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы, Өфө сауҙа -иҡтисад колледжы,  Мәсәғүт педагогия колледжы командалары осрашты.

Уйынды республикабыҙҙың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева асып, командаларға уңыштар теләне. Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы директоры Ришат Сабитов, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды хеҙмәткәре  Фәнзилә Ғәзизова сәләмләү һүҙҙәрен еткерҙе.  

Унан һынау башланды. Тәүгеһе  команда менән таныштырыу ине. Һәр береһе ныҡлы әҙерләнгәне күренә. Беренселәрҙән булып сығыш яһаусы «Йөрәк һаҡсылары» командаһы илһөйәрлеккә иғтибар бүлһә, «Мәмбәтҡолдар» уҡытыусы һөнәренең бөйөклөгөн күтәрҙе. Бәҙри Мәмбәтҡолов исемендәге Сибай педагогия колледжы студенттарының сығышы йөкмәткелелеге менән айырылып торҙо,  йыр-бейеү, ҡурай ҙа булыуы һоҡланыу уятты.

Икенсе турҙа «Әлләсе» уйыны үткәрелде. Унда  команда ағзаларынан һайлап ҡуйылған  берәү карточкалағы һүҙҙе синоним, антоним йәки ым-ишара менән үҙенекеләргә аңлатырға тейеш ине. Һәр бер дөрөҫ яуап өсөн мәрәйҙәр яҙыла барҙы. Мәҫәлән, кәләш һүҙе. Уны «Берҙәмлек» командаһы уйынсыһы: «Минең мәрйәм кем була?» – тип һорағайны, шунда уҡ белделәр. «Мәмбәтҡолдар» капитаны ла һәр һүҙҙе ҡыҙыҡ итеп аңлатты. Мәҫәлән, һыйырҙың ире – үгеҙ, һыйырҙың балаһы – быҙау, маңҡаны нимәгә һемгерәбеҙ – ҡулъяулыҡ…

Өсөнсө һынауҙар капитандар йырҙарҙы таныу буйынса ярышты. Унда «Мәмбәтҡолдар» менән  «Берҙәмлек»  командаларына етеүсе булманы. Дүртенсе һынауҙа һәр бер команданың сәхнәләштергән әкиәте баһаланды.

Шулай итеп бөтә турҙарҙы уңышлы үтеп, иң күп мәрәй йыйып, «Мәмбәтҡолдар» командаһы (Бәҙри Мәмбәтҡолов исемендәге Сибай педагогия колледжы) еңеүсе тип танылды. Икенсе урын «Берҙәмлек» командаһына (Башҡорт кооператив техникумы) бирелде, өсөнсө урынға  «Һөнәрмәндәр» командаһы (Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы) сыҡты. Ҡалған командалар «Телһөйәр», «Зирәктәр», «Өмөт» номинацияларында бүләкләнде. «Мәмбәтҡолдар» командаһы (Бәҙри Мәмбәтҡолов исемендәге Сибай педагогия колледжы), «Берҙәмлек» командаһы (Башҡорт кооператив техникумы) капитандарына "Йәшлек" гәзитенең приздарын тапшырҙыҡ. Командаларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға Рәхмәт хаттары тапшырылды. Барыһын да ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

 

АВТОР фотолары.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова