Конкурста 2024 йылдың 17 сентябренән дә һуңға ҡалмайынса теркәлгән һәм ойоштороусылар составында власть органдары булмаған коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ҡатнаша ала.
Бөтә мәғлүмәт фонд сайтында бар. Төп һорауҙарға яуаптарҙы ярҙам үҙәгендә табырға мөмкин. Ғаризаны социаль проектлау буйынса фондтың онлайн-курсы әҙерләргә ярҙам итәсәк.
Фонд ғаризаларҙы һуңғы көндәргә ҡалдырмаҫҡа кәңәш итә, сөнки конкурста ҡатнашыусыларҙың техник хаталарҙы төҙәтергә ваҡыты ҡалмаясаҡ.
Конкурсҡа июнь айында йомғаҡ яһаласаҡ, хупланған проекттар 1 июлдән старт аласаҡ.