Тағы ла туҡланыу рационында йәшелсә-емеш күп булырға тейеш. Улар витаминдарға һәм антиоксиданттарға бай. Йәшлесәнән кишер, кәбеҫтә, сөгөлдөр, ҡабаҡ һәм йәшел һуған, укроп, сельдерей иммунитетты нығытыу өсөн айырыуса файҙалы. Емештәрҙән алма, цитрустар, банан, киви, гранат, киптерелгән һәм туңдырылған еләктәр яҡшы. Организмға шулай уҡ аҡһымдар һәм майлы кислоталар (омега –3, омега – 6) ҙа кәрәк. Улар диңгеҙ балығында һәм борсаҡ менән фасолдә күп.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.