Ғилман Ишкининдың тыуыуына 60 йыл тулыу уңайынан шағирҙың шиғырҙарын ятлау буйынса видеоконкурс уҙғарғайныҡ, уның уҡыусылары ҡатнашып, һәйбәт һөҙөмтәләр күрһәтте. Гөлиә Байымова «Башарт» фирмаһының махсус призына лайыҡ булһа, Ләйсән Харунова менән Вилдан Абдуллин ҡатнашыу дипломдарына эйә булды. Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә был телһөйәр, илһөйәр студенттар менән осрашып, бүләктәрен дә тапшырҙыҡ.
«Ер төҙөлөшө» йүнәлеше буйынса уҡыусы Гөлиә Байымова техникумға Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылынан килгән. Беренсе курста ғына уҡыуына ҡарамаҫтан, үҙен һәр яҡлап күрһәтеп тә өлгөргән, төрлө конкустарҙа йыш ҡатнашып тора.
–Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен бик яратам. Минең иң яратҡан шөғөлөм – башҡортса китап уҡыу. Башҡорт теле буйынса төрлө конкурстарҙа ҡатнашам, уҡытыусыларыма ла ярҙам итәм, – ти ул.
Әбйәлил районының Тупаҡ ауылынан килгән Вилдан Абдуллин «Урман һәм урман паркы хужалығы» бүлегендә I курста белем ала. Бында уҡыу бик оҡшай, уҡытыусылар бик һәйбәт аңлата, ти ул.
Ләйсән Харунова Белорет районының Ҡоҙғон-Әхмәр ауылынан. Ул «туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ» йүнәлеше буйынса I курста уҡый.
– Бик сәйәхәт итергә яратам. Башҡортостан, Рәсәй буйлап сәйәхәт иткәнебеҙ бар. Бик аҡсалы эш, тип уйлайым. Башҡорт телен дә бик яратып өйрәнәм, төрлө конкурстарҙа ла ҡатнашып торам, – ти ҡыҙ.
Әлфирә Зинур ҡыҙы был техникумда 2016 йылдан алып эшләй, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Уны хеҙмәттәштәре бик маҡтап, эшенә мөкиббән киткән, тырыш уҡытыусы, тиҙәр.
– Ул студенттар менән шул тиклем матур, әүҙем эшләй, студенттары юғары һөҙөмтәләр күрһәтә. Уларҙың уңыштарына бик ҡыуанабыҙ. Телде үҫтереү, мәҙәниәткә ҡарата ҙур һөйөү уятҡан уҡытыусыларҙың береһе ул. Ниндәй генә сара үтһә лә, Әлфирә Зинур ҡыҙы ойоштороусы, алып барыусы була, – ти методик кабинеттың мөдире Гөлнара Марс ҡыҙы Шакирова.
Әлфирә Ғәбделмәнова ла эшенән бик ҡәнәғәт.
– Уҡыусыларым бик аҡыллы, телде өйрәнергә әҙер тора. Бер саранан да баш тартмай, риза булып ҡатнашалар. Бөтә булған сара-конкурстарҙа ҡатнашырға тырышабыҙ, иҫтәлекле көндәргә, байрамға арналған саралар булһынмы, һәр бер конкурстарҙа ла студенттарыбыҙ тел байлығын күрһәтергә әҙер.
Башҡорт теле беренсе курста ғына инә. Шуға ҡарамаҫтан, ҙурыраҡ курс студенттары ла конкурста ҡатнашырға теләүҙәрен белдереп тора. Киләсәктә лә шундай аҡыллы студенттар килеп торһон, тип теләйбеҙ, – ти ул.
АВТОР фотолары.