Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Февраля 2025, 05:54

5 мартта халыҡты иҫкәртеү системалары тикшереләсәк

Ул көндө төбәктә "Барыһына ла иғтибар!" сигналы биреләсәк.

Добавить в предпочтительные источники Google
5 мартта халыҡты иҫкәртеү системалары тикшереләсәк5 мартта халыҡты иҫкәртеү системалары тикшереләсәк
5 мартта халыҡты иҫкәртеү системалары тикшереләсәк

Бының өсөн электр сиреналары өс минутҡа тиклем яңғыраясаҡ. Шулай уҡ радио һәм телевидение аша тауыш хәбәрҙәре трансляцияланасаҡ.

БР-ҙың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты халыҡтан тыныслыҡ һаҡлауҙы һорай.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бындай тикшереүҙәр даими үткәрелә һәм йылына бер нисә тапҡыр планлаштырыла.

Һүрәт: БР-ҙың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

Сығанағы: https://resbash.ru/news/obshchestvo/2025-02-20/v-bashkirii-proveryat-sistemu-opovescheniya-naseleniya-4130396

Автор:Айбулат Ишназаров