Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Февраля 2025, 04:49

Ауыр юғалтыу

Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре Зилә Япарова вафат булды

Ауыр юғалтыуАуыр юғалтыу
Ауыр юғалтыу

17 февралдә Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, Рәсәйҙең почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре Зилә Шәүкәт ҡыҙы Япарова мәрхүм булды. Ул 40 йылдан ашыу ғүмерен мәғрифәткә бағышланған.

Зилә Япарова 1950 йылдың 23 сентябрендә Салауат районының олатаһы Ғәйнетдин Шәрәфетдинов нигеҙ һалған Радио ауылында тыуған. 1965 йылда Яхъя һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлап атаһы эҙенән Мәсәғүт педагогия училищеһына уҡырға инә. Аҙаҡ Салауат районының Ишембай урта мәктәбендә һәм Өфөнөң 24-се урта, Яхъя һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй, һуңыраҡ Мәсәғүт педагогия училищеһында уҡыта.

1980 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлағандан һуң, Зилә Шәүҡәт ҡыҙын Яхъя һигеҙ йыллыҡ мәктәбе директоры итеп тәғәйенләйҙәр. Өс йылдан һуң ул Өфөгә күсеп килә һәм 20-се урта мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй башлай.

1992 йылда Зилә Япарованы Башҡортостан Мәғариф хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү институтының туған телдәр һәм әҙәбиәт кабинеты мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. Һуңыраҡ ул Өфө халыҡ мәғарифы идаралығы ҡарамағындағы ғилми-тикшеренеү һәм методик үҙәктә туған телдәр буйынса методист булып эшләй. 1998 йылда БР Мәғариф министрлығының милли мәғариф бүлеген етәкләй, 2009 йылдан республиканың башланғыс һәм урта һөнәри белем биреү учреждениеларында дәүләт башҡорт телен өйрәнеү һәм тәрбиә эше системаһына етәкселек итә.

Зилә Шәүкәт ҡыҙы Япарова БР Мәғариф министрлығында эшләгән йылдарында Башҡортостан һәм Рәсәй төбәктәре араһында Силәбе, Һамар, Ҡурған, Ырымбур, Һарытау өлкәләре, шулай уҡ Удмуртия, Татарстан, Сыуашстан мәктәптәрендә башҡорт телен өйрәнеү мәсьәләләренә ҡағылышлы килешеүҙәрҙе тормошҡа ашырыу буйынса эште күҙәтә, район мәғариф бүлеге методистарына һәм был төбәктәр мәктәптәре педагогтарына методик һәм практик ярҙам күрһәтә.

Бынан тыш, ул «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» республика законы проекттарын һәм 2000-2005 йылдарға БР халыҡтары телдәрен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү дәүләт программаһын әҙерләүҙә әүҙем ҡатнаша. З.Япарова шулай уҡ мәктәп уҡытыусылары араһында «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосы, «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» һөнәри оҫталыҡ республика конкурстарын, башланғыс һәм урта һөнәри белем биреү учреждениелары уҡытыусылары араһында башҡорт теле уҡытыусыһы конкурсын ойоштора. Ул башҡорт теле буйынса республика олимпиадаларын үткәреү инициаторы һәм ойоштороусыһы була. 

Зилә Шәүҡәт ҡыҙы мәғариф системаһында эшләгән йылдарында бер нисә тапҡыр БР Мәғариф министрлығы, ҡала һәм район халыҡ мәғарифы бүлектәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, төрлө грамоталары менән бүләкләнә. 1996 йылда — Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, 2002 йылда Рәсәй Федерацияһының Почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре исеменә лайыҡ була. 2003 йылда "Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүҙәге ҡаҙаныштары өсөн" миҙалы менән бүләкләнә. Шул уҡ йылда Башҡортостан Президентын һайлау кампанияһында әүҙем ҡатнашҡаны өсөн БР Президенты Мортаза Рәхимовтың Рәхмәт хатына лайыҡ була. 2018 йылда З.Япарова Рабиға Ҡушаева исемендәге “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалы менән бүләкләнә.

Зилә Шәүкәт ҡыҙы Япарова сағыу тормош алып барҙы. Уны тәрән кешелеклелек, юғары профессионализм, кешелеклелек, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙерлек һәм оптимизм айырып тора. Ул һалған традициялар әле лә төбәк мәғариф системаһында үҫешә. Уның тураһында рәхмәтле хәтерҙе уны белгән һәр кем һаҡлай.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас