Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Февраль 2025, 10:07

Башҡортостан юлдаш телевидениеһында бүләктәр уйнатыла

«Сәләм» иртәнге шоуында (07:45) тура эфирҙа приздар уйнатыла.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһында бүләктәр уйнатылаБашҡортостан юлдаш телевидениеһында бүләктәр уйнатыла
Башҡортостан юлдаш телевидениеһында бүләктәр уйнатыла

Акцияла гәзщит-журналдарға яҙылыусылар ҡатнашасаҡ, улар ике акцияла ҡатнашасаҡ.

Бүләктәр араһында туңдырғыс ларь, телевизор, ноутбук, робот-пылесос һәм башҡа бик күп ҡиммәтле бүләктәр бар. Гәзиткә йәки журналға яҙылыусы һәр кем уларҙың береһенә эйә булыу мөмкинлеге аласаҡ.

Шуны билдәләп үтергә кәрәк, 1 февралдән 31 мартҡа тиклем Башҡортостан халҡы 2025 йылдың икенсе яртыһына иҫке хаҡтар буйынса яҙыла ала.

Почта аша ла, онлайнда rbsmi.ru сайтында ла яҙылырға мөмкин. Бының өсөн «Яҙылыу» бүлегендә теләгән баҫманы һайларға кәрәк: https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/, унда баҫма һәм электрон версиялар ҙа бар.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас