Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Февраль 2025, 06:07

Бәй! Әбйәлил йәштәрҙе юғалта!

ни өсөн райондан күсеп китәләр? Был ауыр һорауға яуапты сайтта эҙләйек.

Бәй! Әбйәлил йәштәрҙе юғалта!Бәй! Әбйәлил йәштәрҙе юғалта!
Бәй! Әбйәлил йәштәрҙе юғалта!

 

Әбйәлил районынан бөгөн йәштәрҙең күмәкләп күсенеп китеүе береһенә лә сер түгел. Күптәре белем алырға китә һәм кире әйләнеп ҡайтмай, ҡайтҡандары эш таба алмай вахта буйынса эшләргә йүнәлә һәм аҙаҡтан ғаиләләрен дә янына күсереп ала. Йәштәрҙе был аҙымға нимә этәрә? Әйҙәгеҙ, ошо ҡатмарлы һорауға бергәләп яуап эҙләп ҡарайыҡ.

Әбйәлилдә йәштәр кәмей

Әбйәлил районында республика менән сағыштырғанда тыуым кимәле ярайһы уҡ юғары булыуға ҡарамаҫтан, миграция иҫәбенә халыҡ кәмеүе киҫкен билдәгә еткән - 10 мең кешенең яҡынса 83-сө күсеп китә. Бөгөн райондан йәштәр ҡаса, ә “урбанизация” тип аталған заман күренеше хәлде ҡырҡыулаштыра ғына. Был һауанан алынған хәбәр түгел, рәсми сығанаҡтарҙа теркәлгән мәғлүмәт:

- Әбйәлил районында, республиканың башҡа Урал аръяғы һәм төньяҡ-көнсығыш райондарындағы кеүек үк, Башҡортостан буйынса уртаса күрһәткестәргә ҡарағанда күсенеп китеүселәр һаны юғарыраҡ. Әйтәйек, Башҡортостанстат мәғлүмәттәренә ярашлы, әгәр 2023 йылда дөйөм республика буйынса миграция иҫәбенә кәмеү 10 мең кешегә -2,3 булһа, Әбйәлил районында был сағыштырғыһыҙ юғары – 10 мең кешегә -82,9. Райондан китеүселәр араһында күпселекте йәштәр, балалы йәш ғаиләләр тәшкил итә, - ти БР Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Демографик тикшеренеүҙәр ғилми үҙәгенең әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре Гөлдәр Әхмәтова.

Белгес килтергән статистика мәғлүмәттәрендә белемдәрен камиллаштырыу маҡсатында күсенеп, кире районға эшкә ҡайтмаған йәштәр ҙә ҙур урын алып тороуын самалауы ҡыйын түгел. Бына түбәндәге һандарға күҙ һалайыҡ:

 

Уҡыу йылы

9-сы класс

11-се класс

 

Бөтәһе

БР урта һөнәри уҡыу йорттарына ингәндәр

БР-ҙан ситтә

РФ-нан ситтә

Бөтәһе

БР вуздарына ингәндәр

БР-ҙан ситтә

РФ-нан ситтә

2021/2022

573

186

132

0

215

62

30

1

2022/2023

745

239

160

0

182

105

57

0

2023/2024

756

296

163

0

196

78

32

0

 

Үрҙә килтерелгән таблицанан күренеүенсә, йыл һайын сығарылыш уҡыусыларының күпселеге төрлө белем усаҡтарына уҡырға йүнәлә. Башҡортостандағы колледж-училищеларға, вуздарға ла уҡырға күпләп инеүҙәре күренеп тора. Беҙҙе “Башҡортостандан ситкә уҡырға киткәндәр” тигән бүлек ҡыҙыҡтыра: был һандар Әбйәлил районы сығарылыш уҡыусыларының яртыһы ситкә уҡырға китеүен һәм сама менән күпме йәш белгес районға кире әйләнеп ҡайтмауын сағылдыра.

Ә бына БР Мәғариф министрлығының рәсми мәғлүмәттәре килтерелгән икенсе бер документта был йәштәрҙең ниндәй ҡалаларҙы һайлауын асыҡ күрергә була. Мәҫәлән, 2023/2024 уҡыу йылында 9-сы класты тамамлағандарҙан Магнитогорск ҡалаһына - 153, Ҡаҙанға – 4, Силәбегә – 3, Мәскәү, Алабуға ҡалаларына һәм Арғаяш ауылына 1-әр кеше юлланған. Ә бына 11-сенән һуң Магнитогорскиға – 13, Ҡаҙанға – 7, Силәбегә – 5,  Мәскәүгә – 4,  Төмән, Киров һәм Екатеринбург ҡалаларына 1-әр кеше уҡырға ингән.

Ошо мәғлүмәттәргә күҙ һалып ҡына ла беҙ райондың потенциалы ҡайҙа китеп тороуын самалай алабыҙ – Силәбе өлкәһенә.

Хәҙер йәштәрҙең был ҡалаларҙа үҙләштергән һөнәрҙәренә күҙ һалайыҡ: программист, төҙөүсе, иретеп йәбештереүсе, кранда эшләүсе, электрсы, график дизайнер, иҡтисадсы, архитектор, электр монтажлаусы, металлург, токарь, маркшейдер, туризм өлкәһендәге белгес, юрист, геодезист, машинист, психолог, фотограф, уҡытыусы, табип, филолог, тау эше. Бында шуны ла билдәләп үтмәй булмай: Башҡортостандағы уҡыу йорттарын һайлағандар ҙа заманса һөнәрҙәргә өҫтөнлөк бирә.

Был белгестәрҙең ҡайһыларын район кире эшкә көтә?

- Ауылға мәктәпкә, дауаханаға ғына эшкә ҡайтмаһалар, әллә ни эш урындары юҡ йәштәргә, - ти Целинный ауылы мәктәбе директоры Люциә Мусина. - Беҙҙең ауылда мәктәп, дауахана, балалар баҡсаһы, клуб, ауыл советы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ойошмаһында эшләйҙәр, фермерлыҡ менән шөғөлләнгәндәр бар. Мәктәптә эш бар, әммә уҡытыусылыҡҡа барырға ынтылыштары юҡ, йәштәр техник һөнәрҙәрҙе үҙләштереүгә өҫтөнлөк бирә. Магнитогорск ҡалаһына уҡырға ингәндәр күп һәм улар бөтөнләй беҙгә эшкә ҡайтмай. Кемеһе шунда ҡала, кемеһе икенсе ҡалаларға сығып китә. Ә инде мәктәпкә килгән йәштәр эш хаҡы менән ҡәнәғәт түгел. “Бындағы айлыҡ эш хаҡын иптәшем 2 көндә таба”, - тигәндәре лә бар. Ауылда йәшәгән һирәк кенә йәштәр әлеге лә баяғы Магнитогорскиға көн дә йөрөп эшләй: янғын һүндереү һағы, медицина хеҙмәткәре, ашханаларҙа, комбинатта. Йәштәр үҙебеҙҙең районға, ауылға ынтылып торһон өсөн йәлеп итерҙәй эш хаҡы булған, шарттар тыуҙырған ойошмалар, предприятиелар булһа, бәлки, хәл үҙгәрер ине. Ауыл хужалығына ла иғтибар итмәйҙәр бит хәҙер: һыйыр һауып, мал аҫрап, иген сәсеп донъя көтөргә теләктәре юҡ. Ә оҡшатып үҙләштергән һөнәрҙәре буйынса ауылда эш табылмай.

Бына шулай, Әбйәлил йәштәре заман талаптарынан артта ятып ҡалырға һис теләмәй һәм бөгөн йәмғиәткә кәрәкле, киләсәге булған йүнәлештәрҙәге һөнәрҙәрҙе үҙләштерә лә, үҙенең туған районына кәрәк булмауын аңлай. Инде йәштәрҙең үҙҙәренең фекеренә ҡолаҡ һалайыҡ.

 

Ҡайтыр инек, әммә...

Тыуған ауылынан һәм яҡындарҙан айырылып, ситкә уҡырға киткән саҡта балиғ йәшенә саҡ аяҡ баҫып ҡына торған кеше бында кире ҡайтыу хыялы менән янмауы мөмкин түгелдер. Әлеге көндә Санкт-Петербургтағы Тау университетында 2-се курста белем алып йөрөгән Айгөл Ғилметдинованың әйткәндәре быға асыҡ миҫал:

- Мин Тау университетының минераль сеймалды эшкәртеү факультетында файҙалы ҡаҙылма байлыҡтарҙы байыҡтырыу йүнәлешендә уҡып йөрөйөм. Университетты тамамлағас республикаға кире ҡайтырға ниәтләйем, һөнәрем буйынса эш урыны булырға тейеш. Мәҫәлән, Учалы районындағы Тау-байыҡтырыу комбинатына, йәки Өфөләге химия заводтарының береһенә эшкә төшә алам. Бында белем алған Башҡортостан студенттарына  бик ҙур ярҙам күрһәтәләр, йәш белгестәргә лә республикала иғтибар булыр, тип ышанам. Әле икенсе курста ғына уҡығас, практикаға ҡайтып, республикалағы предприятиеларҙы күргәнем юҡ. Әммә беҙҙе Ленинград өлкәһендәге, Киров ҡалаһындағы ойошмалар буйлап экскурсияларға йөрөттөләр. Хеҙмәт шарттарына ярашлы эш хаҡтары ла юғары булырға тейешлеген күрҙек, - ти Айгөл.

Әлегә вуз аудиторияларында лекцияларҙы йотлоғоп тыңлап, күңелле студент тормошон йәшәгәндәр бына шулай уйлаған саҡта, күптән инде юғары белемле булып, Әбйәлилдән ситтә йәшәгәндәрҙең күҙаллауҙары башҡасараҡ.

- Мин Магнитогорскиҙа эш башҡарыусы (делопроизводитель) һөнәрен үҙләштерҙем. Уҡыған йылдарҙа ауылға аҙна һайын тиерлек ҡайтып йөрөнөм һәм эшкә лә үҙебеҙҙә ҡалғы килгәйне лә, булманы, - ти тағы бер әңгәмәсем Сәбилә Батырова (ред. исемен үҙгәртеүҙе һораны). – Тыуған ауылымда бөтөнләй миңә эш юҡ, район үҙәгендә танышлыҡ кәрәк. Шуға Өфөгә эш эҙләп сығып киттем - 6 йыл инде. Ә ауылдарҙа, район үҙәгендә йәшәгәндәр “Магнит” йә “Пятерочка” магазиндарында һатыусы булып тора, Магнитогорскиҙа төрлө магазиндарҙа йә матурлыҡ салондарында, ашханаларҙа эшләй. Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт техник университетын тамамлаған ир-егеттәр күберәген комбинатта эшкә ҡала. Кемеһе ҡалала ҡуртымға фатир алып тора, кемһе ауылдан йөрөп эшләй. Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа беҙҙең яҡта көн һайын осраған машиналарға эләгеп, “Яҡтыкүл” курорт зонаһына эшкә бара. Йәки күп итеп мал аҫрап йәшәгәндәр бар. Үҙем бындай ауырлыҡтарға түҙә алмаҫ инем.

Сәбиләнең әйткәндәрен уйлағанда урыҫтарҙың: “Балыҡ - тәрәнерәкте, кеше яҡшыраҡты эҙләй”, тигән мәҡәле иҫкә төшә.

- Әле йәштәрҙең ауылға ҡайтырға ашыҡмауына йоғонто яһаған бер нисә фактор бар, тип уйлайым. Эш урындары һәм юғары эш хаҡынан тыш, уларға ауылда күмәк мәҙәни саралар, ҙур ҡалала өйрәнгән мөхит етмәй. Сөнки бына минең кеүек ситтән тороп эшләүселәр һаны арта, әммә беребеҙ ҙә Өфөнө ташлап ҡайтырға ашыҡмайбыҙ. Баш ҡала ситендәге ауылдар хәҙер республиканың төрлө райондарынан йыйылған йәш ғаиләләргә тулды, - ти Әбйәлил йәштәре берлеге рәйесе Шәфҡәт Ғәбитов.

Ә бына Магнитогорск металлургия комбинатында монтажлаусы булып эшләгән Мөнир Исҡаҡов Әбйәлил районын ташлап китергә мәжбүр булған күпселек йәштәр өсөн мөһим мәсьәләне күтәреп сыҡты. Вахтаға йөрөһәң дә юғары эш хаҡы түләнгән урындар һирәк, ауылға ҡайтһаң эш юҡ, ә ҡалаға йөрөп эшләүе ауыр - ауылдан күсенергә тура килә.

- Үҙем Әбделғәзе ауылынан булам, ғаиләм менән Магнитогорск ҡалаһында йәшәйбеҙ. Таштимерҙә урта һөнәри белем алғандан һуң төрлө урындарҙа эшләнем, вахтаға ла йөрөнөм. Тик вахтаға юғары эш хаҡы түләнгән урындарға саҡырмайҙар, ә уртаса эш хаҡына йөрөүҙең артыҡ файҙаһы юҡ. Шуға бында комбинатҡа эшкә төштөм. Ике улым үҫеп килә, уларға ла атай тәрбиәһе кәрәк. Беҙҙең Әбделғәзе ауылы менән Магнитогорк ҡалаһының араһы 70 км һәм йөрөп эшләүе ауыр тип, ҡалала фатир алып төпләндек. Ә шул араны көн дә үтергә мәжбүр булған ауылдаш та бар. Районда, ауылға яҡыныраҡ урынлашҡан берәй предприятие булһа, ҡайтырға теләүселәр табылыр ине, - ти Мөнир Исҡаҡов.

 

Предприятиелар төҙөп кенә…

Әбйәлилгә, тыуған ауылға ҡайтып йәшәүҙән эш урыны һәм аҡса ғына тотҡарлаймы икән? Был һорауға белгестәр былай тип яуап бирә:

- БР Фәндәр академияһының Стратегик тикшеренеүҙәр институты үткәргән тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, Әбйәлил районынан халыҡтың күпләп күсеп китеүенең төп сәбәбе эш урыны юҡлығы, йәки түбән эш хаҡы түләнеүенә генә ҡайтып ҡалмай. Был күренеш социаль характерҙағы мәсьәләләргә лә бәйле: медицина, мәғариф, социаль һәм көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү түбән кимәлдә. Оптималләштереү процестары, ошо өлкәләрҙәге күп учреждениеларҙың ябылыуы айырыуса бәләкәй ауылдарҙағы халыҡты кәрәкле хеҙмәттәрҙе алыу мөмкинлегенән мәхрүм итте. Йәштәр, йәш ғаиләләрҙең яҡшыраҡ йәшәй алған урынға күсенеп китергә ынтылышы ошоноң менән аңлатыла. Шул уҡ ваҡытта райондың үҫеш потенциалы ҙур. Был мәсьәләлә ғалимдар һәм белгестәр тарафынан төҙөлгән “Әбйәлил районының 2030 йылға тиклем социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһы” тигән документта яуаптар табырға була. Унда районда туризм, агросәнәғәт өлкәләрен үҫтереү һәм хатта үҙенең сәнәғәт предприятиеһын булдырыу һ.б. проекттар ҡаралған. Мәсьәләләрҙе ошо документта күрһәтелгәнсә хәл итеү райондан халыҡтың күсеп китеүен кәметер ине”, - ти БР Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Демографик тикшеренеүҙәр ғилми үҙәгенең әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре Гөлдәр Әхмәтова.

Тимәк, райондың дөйөм социаль-иҡтисади хәлен яҡшыртыу буйынса эшләргә кәрәк. Ә быны нигеҙ предприятиеларһыҙ атҡарып сығыуы еңел түгел: ошо хаҡта бик күп иҡтисад белгестәре лә әйтә. Район бюджетына йыл әйләнәһенә юғары кимәлдә килем килтереп, шул уҡ ваҡытта урындағы халыҡты лайыҡлы эш хаҡы менән тәьмин итеп, социаль ярҙам күрһәткән предприятие булыуы шарт. Шул саҡта әле ситкә белем алырға сығып киткән йәштәр ҙә кире ҡайтыуы бик ихтимал: үҙләштергән һөнәре буйынса эш тыуған районында буласаҡ бит.

Айгөл ЙОСОПОВА.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас