Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Февраль 2025, 06:40

Алғы һыҙыҡтағы журналист тәжрибәһе

Башҡортостанда әле МХО-ға арналған "Белем.Геройҙар"  проектының лекциялар циклы бара.

Алғы һыҙыҡтағы журналист тәжрибәһеАлғы һыҙыҡтағы журналист тәжрибәһе
Алғы һыҙыҡтағы журналист тәжрибәһе

Журналист, «Башҡортостан» ТРК-һы мөхәррире Ильяс Батыргәрәев, үҙенең тәжрибәһе менән студенттар һәм уҡыусылар менән уртаҡлаша, хәрбиҙәрҙең көндәлек тормошо һәм МХО сәбәптәре тураһында һөйләй. Ул Шайморатов батальоны тураһында репортаждар күрһәтә, яугирҙарҙың, шул иҫәптән Рәсәй яғында һуғышҡан Көнбайыш Украинанан булған ирҙең мотивтары тураһында һөйләй. Стәрлетамаҡта, Нефтекамала, Октябрьскийҙа, Туймазыла, Салауатта һәм Күмертауҙа үткән лекцияларҙа меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.

Яҡын арала сара Бөрөлә, Өфөлә һәм Саҡмағошта Ватанды һаҡлаусылар Көнө уңайынан үтәсәк. Проект үҫеп килгән быуында илһөйәрлек һәм ил өсөн ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләүгә йүнәлтелгән.

Арина Алекперова мәғлүмәте буйынса әҙерләнде, фото - Рәсәйҙең "Белем" йәмғиәте.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас