Конкурс түбәндәге номинациялар буйынса үткәрелә:
производство-техник тәғәйенләнештәге продукция;
халыҡ өсөн сәнәғәт тауарҙары (шул иҫәптән халыҡ һәм художество кәсептәре изделиелары);
аҙыҡ-түлек тауарҙары;
производство-техник тәғәйенләнештәге хеҙмәттәр;
- халыҡ өсөн хеҙмәттәр.
Шулай уҡ конкурста «Иң яҡшы сифат менеджменты системаһы» һәм «Иң яҡшы сифат менеджеры» ярыштары үткәреләсәк.
Конкурс еңеүселәре «Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары» һәм «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары» логотиптарын файҙаланыу хоҡуғына эйә буласаҡ. Был уларҙың брендтарының танылыуын арттырырға һәм ҡулланыусыларҙың ышанысын нығытырға ярҙам итәсәк.