Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Февраля 2025, 03:45

Путин Башҡортостанда яңы арбитраж судьяларын тәғәйенләне

Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостанда яңы арбитраж судьяларын тәғәйенләне.

Путин Башҡортостанда яңы арбитраж судьяларын тәғәйенләнеПутин Башҡортостанда яңы арбитраж судьяларын тәғәйенләне
Путин Башҡортостанда яңы арбитраж судьяларын тәғәйенләне

Көн элгәре БР-ҙың Арбитраж судында тантаналы йыйылыш үтте, унда дәүләт башлығының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровтың ҡушыуы буйынса төбәк буйынса баш федераль инспектор Алексей Касьянов ҡатнашты.

Владимир Путин указы менән Гөлназ Афзалова, Регина Заһретдинова, Фаина Фәтҡуллина республиканың Арбитраж суды судьялары итеп тәғәйенләнде. Фемида вәкилдәре менән аралашып, Алексей Касьянов уларҙың юғары профессионализмын һәм шәхси сифаттарын һыҙыҡ өҫтөнә алды, граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм азатлығын яҡлау эшендә уңыштар теләне. Аҙаҡ ул яңы тәғәйенләнгән судьяларға дәүләт башлығы ҡул ҡуйған хеҙмәт танытмаларын тапшырҙы.

Фото:пресс-служба ГФИ по РБ

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас