Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Февраль 2025, 22:35

Бер осрашыу – үҙе бер ғүмер!

Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты ойошторолоуға – 35, ошо юғары уҡыу йортонда башҡорт  теле һәм әҙәбиәте кафедраһы булдырылыуға 95 йыл тулды. Был ике күркәм юбилей тантанаһы баш ҡалабыҙҙың «Торатау» конгресс-холында билдәләнде.

Бер осрашыу – үҙе бер ғүмер!
Бер осрашыу – үҙе бер ғүмер!

Байрам башланыр алдынан элекке сығарылыш студенттары, ветерандар факультетта экскурсияла булып, бында уҡыған йылдарын хәтергә төшөрҙө, иҫтәлеккә фотоға төштө.

Бер осрашыу – үҙе бер ғүмер, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер. Бөгөн был һүҙҙәргә тағы ла бер тапҡыр инандыҡ, «Торатау» конгресс-холы күптән  күрешмәгән төркөмдәштәр, элек уҡытҡан факультет уҡытыусылары, бөгөнгө коллектив  менән ихлас аралашыу, хәтирәләр менән бүлешеү  урынына әйләнде.  Фойела фотоға төшөү зоналары, төрлө милли әйберҙәр күргәҙмәләре лә ҡуйылғайны.

Байрам тантанаһын асып, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Азат Бадранов Радий Хәбиров исеменән юбилей тантанаһы менән ҡотлап, һуңғы ваҡытта  туған телебеҙҙе һаҡлауҙа республикабыҙҙа күп эштәр башҡарылыуын, гранттар бирелеүен, уҡытыуҙа яңы заманса алымдар ҡулланылыуын белдерҙе.

– Донъяла 2 миллионға  яҡын башҡорт йәшәй, шуларҙың 1 миллион ярымы – Рәсәйҙә, шул иҫәптән  1 миллион 200 меңе – Башҡортостанда.  Беҙҙе бөтәбеҙҙе башҡорт теле, мәҙәниәте берләштерә, милләтебеҙҙе һаҡлауҙа һеҙҙең хеҙмәтегеҙ баһалап бөткөһөҙ ҙур.

Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты күп йылдар буйы милли кадрҙар әҙерләүсе усаҡ булып тора. Һеҙҙең сығарылыш уҡыусылары илебеҙҙең төрлө өлкәләрендә уңышлы хеҙмәт итә, яуаплы урындарҙа эшләй. Улар араһында махсус хәрби операцияла Ватабыҙҙы һаҡлаусылар ҙа бар. Һәр берегеҙгә рәхмәт! – тине ул сығышында.  

Унан Азат Шамил улы филология фәндәре кандидаты, доцент  Соно Әлиеваны “Хеҙмәт батырлығы” миҙалы менән бүләкләне, филология фәндәре докторы, профессор Хәҙисә Солтанбаева, филология фәндәре кандидаттары Әлфирә Бәхтийәрова, Рәмилә Санъярова Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһына лайыҡ булды. Филология фәндәре докторы, профессор, башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы Гөлфирә Абдуллинаға, филология фәндәре докторы, башҡорт әҙәбиәте, башҡорт һүҙ сәнғәте кафедраһы мөдире  Гөлфирә Гәрәеваға, филология фәндәре кандидаты, журналистика кафедраһы мөдире Рәмзиә Мостафинаға Башҡортостан Башлығының Почёт грамотаһы тапшырылды.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рф Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова видеобәйләнеш аша юбилей менән ҡотлап, ошо факультеттың сығарышы студенты булыуы менән ғорурланыуын белдерҙе.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Тамара Танһыҡҡужина тантанаға шатланып килеүен белдереп, юбилей менән ҡотланы, ҙур уңыштар, яңы фәнни асыштар теләне. Ул филология фәндәре докторы Риф Әхмәҙиевҡа, филология фәндәре докторы Гөлназ Иҫәнғоловаға, филология фәндәре кандидаттары Рәмилә Хөснөтдиноваға, Мөнирә Акиловаға, Рәйлә Сираеваға, Ринат Усмановҡа, Азамат Ғәлләмовҡа,  Динара Хисамоваға, Зилә Солтановаға, Кристина Андриановаға, Илнар Байбуловҡа, факультет деканының фән эштәре буйынса урынбаҫары Гөлшаян Әлимбаеваға, шәрҡиәт һәм тел ғилеме кафедраһы лаборант тикшереүсеһе Гөлбикә Сәйфуллинаға, журналистика кафедраһының өлкән уҡытыусыһы Рөстәм Ғәббәсовҡа, сағыштырма тел ғилеме һәм экскурсия йүнәлешен үҫтереү кафедраһы инженеры Наҙгөл Исхаҡоваға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Республикабыҙҙың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева ҡотлап, факультет хеҙмәткәрҙәрен Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары  Урал Килсенбаевтың Рәхмәт хаттары менән бүләкләне.

Байрам тантанаһында ҡотлаусылар күп булды. Өфө фән һәм технологиялар университетының ректоры Вадим Захаров ихлас теләктәрен еткерһә, Мостай Кәримдең ҡыҙы Әлфиә Мостай ҡыҙы факультетты үҫтереүгә 100 мең һумлыҡ сертификат тапшырҙы.

Бөтә донъя ҡоролтайы башҡарма комитеты ла  рәхмәт хаттары  әҙерләгәйне. Улар халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, телен һаҡлауға тос өлөш индергән хеҙмәткәрҙәргә бирелде.

Байрамда һәр бер ҡотлау студенттарҙың йыр-моң, бейеүе менән үрелеп барҙы.

 

 

АВТОР фотолары.

 

 

Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас