Был байрам менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡотлап:
– Ғалимдарҙы һәм тикшеренеүселәрҙе хөрмәтләйбеҙ. Уларҙың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ, яңы офоҡтарҙы асып, бейеклектәргә алып бара.
Бөгөн фән йәмғиәт һәм дәүләт үҫешенең инновацион нигеҙен формалаштыра. Уның уңыштарынан илдең технологик суверенитеты, тотороғлоғо һәм алға хәрәкәт итеүҙә ышаныслығы тора.
Башҡортостан фән өлкәһендә үҙ позицияларын эҙмә-эҙлекле нығыта. Өсөнсө йыл рәттән беҙ ғилми -технологик үҫеш рейтингының тәүге 10-ау иҫәбенә инәбеҙ. Донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге алдынғы позицияларҙы һаҡлап ҡала. Республикабыҙҙың юғары уҡыу йорттарында һәм ғилми ойошмаларында ҡеүәтле тикшеренеү инфраструктураһы булдырыла. Беҙ тәжрибәле ғалимдарҙы әүҙем йәлеп итәбеҙ, йәш тикшеренеүселәргә ярҙам итәбеҙ. Республика йәш ғалимдарға ярҙам күрһәтеү буйынса лидерҙар рәтенә инде.
Вуз-ара студенттар кампусының беренсе сиратын эшләтеп ебәреү мөһим ваҡиға булды. Бында тикшеренеүҙәр үткәрелә, яңы белем биреү программалары индерелә, университеттар, ғилми ойошмалар һәм юғары технологиялы компаниялар кооперацияһы өсөн шарттар булдырыла. Тиҙҙән кампустың геном үҙәге үҙ ишектәрен асасаҡ.
Барлыҡ ғалимдарға ла илһам, яңы фәнни ҡаҙаныштар теләйем. Һеҙҙең хеҙмәттәрегеҙ уңыштар килтерһен, ватандаштарыбыҙҙың йәшәү сифатын күтәрһен, – тип яҙа.
Фото: Т. АМАНОВ.