– Минең янымда бер ағай баҫып торҙо. Уның менән бер кеше лә иҫәнләшмәне , һөйләшмәне лә. Ҡулъяулыҡ өләшкәндә лә уға биреүсе булманы. Мин уны шул хәтлем йәлләнем инде. Үҙемдең ҡулъяулығымды бирәм тигәйнем, был ағай ҡайҙалыр юҡҡа сыҡты. Унан һуң мәйет янынан кешеләр киткәс, мин ул ағайҙың унда ятыуын күрҙем, – тип, был малай өйгә ингәс, күргәндәрен һөйләгән.
Ете йәшкә тиклем балалар өлкәндәрҙең күҙенә күренмәгән йәндәрҙе күрә, тиҙәр. Был балаға ла теге ағайҙың йәне күренгәндер, моғайын. Бына шулай ғәжәйеп тә ул беҙҙең донъя!
Фото: Т. АМАНОВ.