Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Февраль 2025, 13:00

Радий Хәбиров #Өйҙә Республика студенттар фестивалендә ҡатнашты

5 февралдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров #Өйҙә республика студенттар фестивалендә ҡатнашты.

Радий Хәбиров #Өйҙә Республика студенттар фестивалендә ҡатнаштыРадий Хәбиров #Өйҙә Республика студенттар фестивалендә ҡатнашты
Радий Хәбиров #Өйҙә Республика студенттар фестивалендә ҡатнашты

Йәштәр сараһы Көрәш һарайы майҙансығында Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары һәм колледждарынан 1,7 мең самаһы студентты, шулай уҡ Рәсәйҙең 16 төбәге һәм сит илдәр университеттарында уҡыған республиканан сығыусыларҙы йыйҙы.

Фестивалде ойоштороусылар барыһын да Башҡортостандың мөмкинлектәре менән таныштырыуға һәм йәштәрҙең, шул иҫәптән республиканан сыҡҡан студенттарҙың мөмкинлектәрен тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән бай программа әҙерләне.

Төбәк етәксеһе алдынғы сәнәғәт предприятиеларының интерактив күргәҙмәһен һәм вакансиялар йәрминкәһен ҡараны. 

Башҡортостан башлығы «БУРИНТЕХ» предприятиеһының, «Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе»нең, «ПОЛИЭФ» компанияһының күргәҙмә стендтарын ҡараны. Уларҙың вәкилдәре һөйләүенсә, күп кенә студенттар төбәктең сәнәғәт майҙансыҡтарында производство практикаһын үтергә теләк белдергән.

***

Фестивалдең төп сәхнәһендәге сығышында Радий Хәбиров йәштәрҙең ҙур потенциалын билдәләне, барыһына ла уҡыуҙа һәм артабанғы хеҙмәт эшмәкәрлегендә уңыштар теләне, шулай уҡ йәш быуындың әүҙем вәкилдәренә «Башҡортостан ирекмәндәре» почет билдәләрен һәм республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

- Идара итеү командаһы исеменән һеҙҙе уҙған Рәсәй студенттары көнө менән ҡотлайым! Беҙ һеҙҙе яңы Көрәш һарайына йыйып, республикабыҙҙың нисек йәшәүен һәм үҫешеүен һөйләргә һәм, иң мөһиме, һеҙҙе һәр ваҡыт көтөп тороуыбыҙҙы күрһәтергә булдыҡ. Шуға күрә бөгөнгө фестиваль «Өйҙә» тип атала, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. - Башҡортостан-беҙҙең бәләкәй ватаныбыҙ. Был иҫ киткес республика, Рәсәйҙең иң тиҙ үҫешкән төбәктәренең береһе. Сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлеге буйынса федераль рейтингында беренсе урынды биләйбеҙ, Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында өсөнсө урындабыҙ. Башҡортостан Фәнни-технологик үҫеш кимәле буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы ун төбәге иҫәбенә инә. Тап һеҙ, бөгөнгө йәштәр-тиҙҙән тыуған республикабыҙҙы үҫтерәсәкһегеҙ.

***

Башҡортостан башлығы шулай уҡ Көрәш һарайының күнекмә майҙансыҡтарын – спорт залдарын һәм бассейнды ҡараны. Төбәк етәксеһе яңы объектҡа ихтыяж булыуын һәм төрлө дисциплиналар буйынса дәрестәр өсөн яҡшы шарттар булыуын билдәләне.

- Кешеләр бында килә, халыҡ күп. Һәм тренерҙар составы бында яҡшы. Беҙ көслө спорт педагогтарын, шул иҫәптән Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән дә саҡыра башланыҡ. Тиҙҙән был стеналарҙан илдең һәм донъяның яңы чемпиондары сығыр тип уйлайым, – тине Радий Хәбиров журналистар менән әңгәмәлә.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас