Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Февраль , 20:10

Зекериә Аҡназаровҡа бюст ҡуйылды

Баймаҡта Башҡортостандың күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Зекериә Шәрәфетдин улы Аҡназаровтың бюсы асылды.

Зекериә Аҡназаровҡа бюст ҡуйылды
Зекериә Аҡназаровҡа бюст ҡуйылды

Һәйкәл Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы алдындағы майҙанда ҡуйылды. Асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың булыуы сараға мәртәбә өҫтәне. Бюстың авторы-Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, скульптор Хәниф Хәбибрахманов.

Дәүләт эшмәкәренең улы Фәнил Аҡназаров атаһына һәйкәл ҡуйғандары өсөн рәхмәтен белдерҙе.

- Атайым күренекле шәхес булды. Үҙенең эшендә ул мәғарифҡа ла, сәнәғәткә лә, ауыл хужалығына ла ҙур иғтибар бүлде. Әммә беҙгә лә, биш улына ла, иғтибар бүлергә өлгөрҙө, – тине Фәнил Аҡназаров. - Республика етәкселегенә Һәм шәхсән Радий Фәрит улына атайымдың яҡты исемен Башҡортостандың алдынғы колледждарының береһенә биреп мәңгеләштергәндәре өсөн рәхмәт.

Тантана аҙағында төбәк Башлығы Зекериә Аҡназаровтың бюсына сәскәләр һалды һәм дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: