Бинаның дөйөм майҙаны 3 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил итә. Төҙөлөшкә 200 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән булған.
"Минеңсә, ҙур һәм яҡшы мәҙәниәт йорто килеп сыҡҡан. Бында балаларҙың художестволы үҙешмәкәрдек һәм сәнғәт менән шөғөлләнеү өсөн бөтә мөмкинлектәре лә буласаҡ. Ҙур тамаша залы барлыҡҡа килде һәм мәҙәниәт министры бында концерттар һәм спектаклдәр менән беҙҙең театр һәм филармония артистары киләсәген вәғәҙә итте. Бында тормош ҡайнарға тейеш. Урғазыла һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһен хәл итергә кәрәк әле. Баймаҡ районында тырыш халыҡ йәшәй, һәм беҙ районға үҫешергә ярҙам итәсәкбеҙ», – тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе шулай уҡ социаль-мәҙәни үҙәк бинаһын ҡараны.
Беренсе ҡатта эстрадалы тамаша залы, күргәҙмә зонаһы менән фойе, персонал бүлмәһе, балалар уйын бүлмәһе, хакимиәт кабинеты, китапхана (өлкәндәр һәм балалар бүлеге), компьютер студияһы, костюмдар бүлмәһе урынлашҡан. Икенсе ҡат тренажер залы, санузел һәм душ менән кейенеү бүлмәләре, балалар сәнғәт мәктәбе кабинеттары ителгән.
Республика башлығы үҙәк хеҙмәткәрҙәре менән һөйләште, улар Радий Хәбировҡа күптән көтөлгән бүләк өсөн рәхмәт әйтте.
"Бында балалар өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған, улар беҙҙең түңәрәктәргә рәхәтләнеп йөрөй, өлкәндәр ҙә шөғөлләнергә килә», – тип билдәләне хеҙмәткәрҙәр.
"Ауыл ҙур, бында өс меңгә яҡын кеше йәшәй, шуға күрә, әлбиттә, ауыл клубынан башҡа бында тормош булмаясаҡ. Был ауыл клубы түгел, был социаль-мәҙәни үҙәк, бында балалар музыка мәктәбе, сәнғәт мәктәбе, спорт зонаһы бар. Бына шундайҙарҙы, нигеҙҙә, халыҡ өсөн килеү уңайлы булһын өсөн төҙөргә кәрәк. Эргәлә мәктәп бар, иң мөһиме – методистар ҙа, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә бар», – тине Радий Хәбиров.