Бер нисә йыл элек Республика етәксеһе Баймаҡҡа эш сәфәре барышында урындағы халыҡтың үтенестәрен ҡабул итте һәм уларҙың проблемаларын хәл итергә вәғәҙә бирҙе.
"Халыҡ канализация юҡ, һыу менән тәьмин итеү проблемалары, спорт менән шөғөлләнергә урын юҡ, тип зарлана. Урындағы дауахана тураһында айырым һөйләшеү, уны етмешенсе йылдар аҙағында төҙөйҙәр, хәҙер ул авария хәлендә», – тип билдәләне ул саҡта Радий Хәбиров.
Бөгөн өс меңгә яҡын кеше йәшәгән ауылда сәнғәт һәм музыка мәктәптәре барлыҡҡа килде, яңы түңәрәктәр һәм спорт секциялары асылды. Һыу менән тәьмин итеү системаһы һәм Сибай-Урғаҙа-Аҡъяр трассаһы капиталь төҙөлә башлай. Яңы объекттар бөтә урғазыларға оҡшай. Йылайыр совхозы директорының элекке урынбаҫары Тәүрат Йәрмөхәмәтов билдәләүенсә, Урғаҙала совет йылдарында көслө совхоз урынлашҡан, һәм кешеләр хужалыҡтың әүҙем үҫешенә күнеккән.
«1967 йылда беҙҙең совхоз Ленин ордены менән бүләкләнә һәм бөтә Советтар Союзына дан ала. Әммә совхоз тарҡалғандан һуң ауыл тормошо туҡталып ҡала, һәм уның проблемаларына иғтибар итмәйҙәр. Шулай өс тиҫтә йыл үтә. Бөгөн республиканың комплекслы үҫеше беҙҙең ауылды ла урап үтмәне. Республика Башлығы Радий Хәбировҡа яңы социаль-мәҙәни үҙәк һәм дауахана өсөн рәхмәтлебеҙ, бик шатбыҙ. Баймаҡ районы аталарыбыҙҙың һәм олатайҙарыбыҙҙың йолаларын дауам иткән фермерҙарыбыҙ арҡаһында йылдам үҫешә. Уларҙың бөгөн бик яҡшы һөҙөмтәләре бар, Мәҫәлән, ағалы – ҡустылы Новиковтар, Айрат Шәрәфетдиновтың КФХ-һы уңышлы эшләй», - тип уртаҡлашты аҡһаҡал.
Социаль-мәҙәни үҙәк хеҙмәткәрҙәре бында түңәрәктәргә йөрөүсе балалар өсөн дә, шулай уҡ әүҙем шөғөлләнергә килгән өлкәндәр өсөн дә бөтә шарттар булдырылыуына ихлас шатлана.
"Беҙ бик шатбыҙ, шундай матур бина, яңы йыһаз һәм ҡорамалдар килтерҙек. Балалар бында мәктәптә уҡығандан һуң килә, 5-7 йыл уҡый», – тип һөйләне хор класы уҡытыусыһы Вера Сивоплясова.
"Интернетҡа тоташтыҡ та инде. Китапхана заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Йылы яҡты китапхана", - тип уртаҡлашты китапханасы Дилара Сәфәрғәлина.
- Ятаҡты ремонтлаған өсөн ҙур рәхмәт! Улыбыҙ ятаҡта йәшәне. Бәхеткә, яңыртылғаны ла эләкте беҙгә. Һәм тәүҙә булғаны һәм ремонттан һуңғыһы менән ер менән күк айырмаһы! Барыһы ла заманса, матур, уңайлы. Радий Фәрит улына, Хөкүмәткә һәм агросәнәғәт колледжы директоры Илдус Зәйнуллинға, бар коллективҡа ҙур рәхмәт! Улар беҙҙең балалар өсөн шундай шәп шарттар булдырҙы. Студенттарға тырышып уҡырға ғына ҡала.
Мәғәмүрә Исхаҡова, хаҡлы ялда:
- Радий улыбыҙға рәхмәт. Беҙгә – ололарға яҡты, йылы дауахана, һәйбәт табиптар булһа – үҙе шатлыҡ. Был йәһәттән беҙҙе яңы дауахана ҡыуандыра ғына. Әлбиттә, бар проблемаларҙы бер көндө хәл итеп булмайҙыр, шулай ҙа беҙҙең Урғаҙа ауылына иғтибар көсәйеүенә рәхмәтлебеҙ. Йорт-ил тыныс булһын, донъялар именләнеп китһен.
Альбина Шәғәҙәтова, "Ватанды һаҡлаусылар" фондының урындағы баш социаль координаторы:
- Радий Фәрит улының яугирҙәребеҙҙең яҡындары менән осрашыуы мөһим. Беҙ ҙә улар менән эшләйбеҙ. Ғәзиз балаларын юғалтҡан кешеләргә йыуатыу һүҙҙәре табыуы бик ауыр. Беҙ Ватаны өсөн йәнен фиҙа ҡылған яугирҙәрҙең хәтерен һаҡлаған кеүек, уларҙың яҡындарын да оноторға тейеш түгелбеҙ. Ошондай йылы осрашыу өсөн Радий Фәрит улына рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә.
Миңһылыу Сәлимова, Ишмөхәмәт ауыл биләмәһе "Ағинәйҙәр" ойошмаһы рәйесе, батырҙарса һәләк булған Айса Сәлимовтың әсәһе:
- Ғәзиз улдарын юғалтҡан әсәләр генә беҙ ниҙәр кисергәнде аңлай алыр. Ватаныбыҙ өсөн һәләк булған улдарыбыҙҙы һағынып күҙ йәштәре түгеп, ауыр ҡайғынан айный алмаһаҡ, икенсе яҡтан улдарыбыҙ - беҙҙең ғорурлығыбыҙ. Ил өсөн иң ауыр саҡта улар Тыуған ил һағына баҫты. Радий Фәрит улына йылы осрашыу, йылы теләктәре өсөн рәхмәт. Яугирҙәребеҙ тиҙерәк Еңеү яулап, ҡалған балалар имен-һау ғына ҡайтһын.